Йылайыр – Башҡортостанда иң матур төбәктәрҙең береһе. Ҙурлығы буйынса республикала икенсе урында, майҙанының 75 проценты урман менән ҡапланған. Иҡтисадын ауыл хужалығы һәм ағас эшкәртеү тармаҡтары тотоп тора. Йылайыр һәм Юлдыбай – райондың иң ҙур ауылдары. Һигеҙ Советтар Союзы Геройы, ике Социалистик Хеҙмәт Геройы ошонда тыуып үҫкән. Район аша Сибай – Ира, Юлдыбай – Аҡъяр автомобиль юлдары үтә.
Һуңғы осорҙа район күҙгә күренеп яҡшыра: ауылдар төҙөкләндерелә, эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә, үҙенсәлекле проекттар тормошҡа ашырыла. Төбәк – республикала иң урманлы муниципалитеттарҙың береһе, республикала Белорет районынан ғына ҡалышып, икенсе урынды биләһә, ә бына билдәләнгән тәртиптә ғәмәлгә ашырылған ағастарҙы санитар киҫеү буйынса өсөнсө урында тора. Бында урманды тергеҙеү буйынса эш юғары кимәлдә ойошторолған, уны ҡуртымға алыусылар һаны ла бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урман янғындары районда йыш теркәлә, үткән йыл 55 ут сығыу осрағы булған. Шуға күрә урман сәнәғәте буйынса уртаға һалып һөйләшәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, быларҙың барыһына ла яуап быйыл районда үтәсәк республика урман форумында яңғырар тигән ышаныста белгестәр. Әйткәндәй, форумға әҙерлек эше башланған, йылайырҙар уны юғары кимәлдә үткәреп сығырға иҫәп тота.
Ағас эшкәртеү һәм етештереү буйынса барлығы 60 шәхси эшҡыуар иҫәпләнә, 160 пилорама эшләй. Район буйынса бындай предприятиеларҙа етештерелгән продукцияның яҡынса 30-ҙан ашыу төрө бар. Бында ҡайын ағасынан ғына әҙерләнгән юғары сифатлы күмер, яғыулыҡ пеллеттарынан алып төрлө күләмдәге йорт тупланмалары, буралар һатыуға сығарыла.
Былтыр старт алған “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһында йылайырҙар әүҙем ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы: республика Хөкүмәте ярҙамы менән үткән йыл район урман хужалығы паркы өр-яңы техника менән тулыланған. Күмер үртәү, ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү, яғыулыҡ пеллеттары сығарыу – урман хужалығын үҙ иткән эшҡыуарҙарҙың өмөтлө һәм ышаныслы йүнәлештәренең береһе.
Үткән йыл район халҡының тормошон һәм йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатында бихисап эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, Мәскәүҙә уҙған Бөтә Рәсәй муниципаль ойошмалар конгресында “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсына йомғаҡ яһалған сарала “Муниципаль ойошма халҡы менән һөҙөмтәле бәйләнеште тәьмин итеү, территориаль йәмәғәт үҙидаралығын үҫтереү һәм граждандарҙы урындағы үҙидаралыҡта ҡатнашыуға йәлеп итеү” номинацияһында Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте (башлығы Александр Годуленко) II дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
Агросәнәғәт комплексына килгәндә, төбәктә тәбиғәт шарттарының тотороҡһоҙ ҡырыҫ булыуы үҫемлекселек менән шөғөлләнгән фермерҙарҙы ҡыуандырмай, әлбиттә. Былтыр ауыл хужалығы тармағы тарафынан етештерелгән тулайым продукцияның күләме 1,5 миллиард һум тәшкил иткән. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы тармағына дәүләт һәм республика тарафынан ҙур иғтибар бүленә, төрлө программалар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Агростартап” программаһына ярашлы, яңы эш башлаған Николай Евдокимов өс миллион һумлыҡ, Ирек Әбделмәнов 1,5 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән.
Билдәле булыуынса, 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы өлкәһендә яңы программа – табышты арттырыу проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе, уны һатыуҙы ойоштороуҙы, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған был программа нигеҙендә Йылайыр районында ла ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторолған. Райондың өс проекты республика конкурсында еңеп, дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән. Улар – “Форель”, “Йылайыр” һәм “Башвойлок” кооперативтары. Мәҫәлән, уңышлы фермерҙарҙың береһе Венер Тусалиндың “Патриот” кооперативы эшмәкәрлеге республика буйынса ла иң алдынғылар рәтендә. Көньяҡ-көнсығыш райондар өсөн ҡатнаш мал аҙығы етештергән кооператив, дәүләт программаһында ҡатнашып, алты миллион һумдан ашыулыҡ грант яулаған. Дәүләт ярҙамында эшҡыуар мал аҙығы етештереү буйынса мини-завод төҙөгән, шулай уҡ тирмән асып, үҙҙәре үҫтергән игендән сифатлы он етештереүҙе яйға һалыуҙы планлаштыра.
Ағымдағы йылда ла ауыл хужалығын үҙ иткән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары үҫемлекселек, малсылыҡ, һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡошсолоҡ тармағында ҙур уңыштарға ирешәсәктәренә ышана.
Йылайыр республика буйынса “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһын иң әүҙем тормошҡа ашырған райондар иҫәбендә. Йыл һайын улар тәҡдим иткән проекттар еңеп сығып, тормошҡа ашырыла. 2014 йылдан район халҡы был программала бик теләп һәм әүҙем ҡатнаша. Алты йыл арауығында 67 миллион һум аҡса бүленгән һәм 61 проект старт алған. Иғтибар итегеҙ, 2014 йылда тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, йылайырҙар 13 проект тәҡдим итеп, шуның 11-е уңышлы тип табыла. Был – республика буйынса иң яҡшы күрһәткес, ҡайһы бер төбәктән бер проект та хуплау тапмай. Былтыр райондың бөтә ауыл биләмәләре лә үҙ проекттарын тәҡдим итеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың тик алтауһы ғына еңеп сыға. Проекттарҙың дөйөм хаҡы биш-һигеҙ миллион һум тәшкил итә. Быйыл да йылайырҙар үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә әүҙем эшләй, проекттарҙың ҡайһыһы хуплау табыр, уныһын ваҡыт күрһәтер.
Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысын ҡуйғайны. Был тәңгәлдә лә төбәктә эштәр яҡшы ойошторолған. Район хакимиәте башлығының инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Михаил Люляев белдереүенсә, ағымдағы йылда урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса 376 йүнсел теркәлгән. Бөтәһе 41 “Инвестиция сәғәте” үткән, унда үҙ эшен асҡан йә иһә яңы эш башлаған кешеләр 53 проект тәҡдим иткән. Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, шулай уҡ Өфө, Сибай ҡалаһы эшҡыуарҙарының район менән ҡыҙыҡһыныуы ҡыуаныслы. Тимәк, Йылайырҙы ситтә лә яҡшы беләләр. Район етәкселеге тарафынан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыла, уңышлы һәм отошло тип һаналған проекттарҙы артабан тормошҡа ашырыу юлдары барлана.
Мәҫәлән, Бәрҙәш ауыл биләмәһендә инвестиция ҡеүәте 28 миллион һум һәм 10 кешегә эш урыны тәҡдим иткән “Чайка” агротурист базаһын төҙөү, Магнитогорск – Ира, Орск – Ира федераль трассаһында ятҡан Йылайыр ауылында бензин, пропан (газ) тултырыу заправкаһы асыу кеүек проекттар ҙа ҡарала.
Районда бөтәһе 12 дөйөм белем биреү мәктәбе, ике филиал, һигеҙ мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы, мәктәп янында алты балалар төркөмө, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһына өс йәшкә тиклемге 228 кескәй йөрөһә, 631 бала – ете йәшкә тиклемгеләр. Сиратта 50-нән ашыу бала иҫәпләнә.
Мәктәптәрҙең барыһы ла биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскән, алты мәктәп филиалы һәм ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы бер сменала эшләй. Шәмбе көндәрендә һәр мәктәптә тематик саралар үтә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә райондың ике – Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы һәм Юлдыбай урта мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар белем биреү үҙәктәре асылған. Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһына “ЮНЕСКО”-ның ассоциацияланған мәктәбе” статусы бирелгән. Районда улар икәү, 2017 йылда был статусҡа, Н. Иреков исемендәге Йылайыр урта мәктәбе лайыҡ булған. Шулай уҡ башҡорт гимназияһында милли проект сиктәрендә “Сәләмәт йылмайыу модуле” буйынса стоматология кабинеты йыһазландырылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, район педагогтары һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре үҙ эштәренә яуаплы ҡарай, заман менән йәнәш атлай, йәш быуынға тәрбиә һәм белем биреүҙә тос өлөшөн индерә. Уҡыусылары ла уҡытыусыларының йөҙөн ҡыҙартмай, төрлө олимпиада, ярыштарҙа призлы урындар яулай.
Мәҙәниәтһеҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтерә лә алмайбыҙ. Оло бер генә сара ла йылайырҙар ҡатнашлығынан башҡа үтмәй, улар һәр кемдең күңеленә дәрт һәм осҡон өҫтәй, матурлыҡ өләшә. “Йырлаусы ауыл”, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурстарында тиһеңме, Рәсәй, төбәк-ара йыр бәйгеләрендә булһынмы, һынатмайҙар. Йырлы-моңло Йылайыр ере – бихисап ҡурайсы, йырсыларға ҡанат ҡуйған, уларҙы оло сәхнәгә алып сыҡҡан бәрәкәтле төбәк тә.
Республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылында районда бик күп эштәр ҡаралған, уларҙы башҡарып сығыу өсөн төрлө дәүләт программалары ярҙамға килә. “Башҡорт ихаталары”, “Ҡала мөхите”, “Тыуған урам” кеүек республика программалары сиктәрендә халыҡтың йәшәү шарттары менән бер рәттән ауылдарҙың йөҙө лә үҙгәрә, зауыҡлы һәм йәмле була бара. Йыл һайын Йылайырҙың күпселек ауылдарында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтә, кешеләр үҙенең тыуған йортон яңырта, күркәмләндерә, ауыл күҙгә күренеп төҙөкләнә.
Башҡортостанда уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһында Йылайыр халҡы ете сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға йыйына. Был тәңгәлдә эш башланған. Райондың мәғариф идаралығы менән берлектә һәр илдең Яңы йыл байрамдарын нисек уҙғарыуҙарын сәхнәләштергән ҙур саралар ойошторолған. Төбәктә 19 милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй. Сит ил ҡунаҡтарын ҡаршылаған саҡта йылайырҙар үҙ-ара татыу йәшәгән төрлө милләттәрҙең дуҫлығын, милли аш-һыуын, кейемдәрен, тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған бай тамаша әҙерләй, район һәүәҫкәрҙәре башҡарыуында сағыу концерт, милли кейемдәр парады, ҡул эштәре күргәҙмәләре ҡаралған.
Йылайыр районы – Тыуған илебеҙгә һигеҙ Советтар Союзы Геройы үҫтергән төбәк. Бөгөн төбәктең ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫән, уларҙың береһе Сибайҙа балаларында йәшәй. Райондағы һуғыш ветерандары, уларҙың тол ҡалған ҡатындары тулыһынса фатир менән тәьмин ителгән. Әле тыл ветерандарына юбилей миҙалдары тапшырыла, ауылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктар төҙөкләндерелә, яңылары ҡуйыла. Шулай уҡ Бөйөк Еңеү байрамы сиктәрендә төрлө саралар үткәреү ҡаралған: ярыштар ойоштороласаҡ, райондың ойошма-учреждениелары, коллективтар араһында “Катюша” йырын башҡарыу буйынса флешмоб иғлан ителгән, ул социаль селтәрҙә бик әүҙем бара. “Катюша”ны башҡарған иң яҡшы коллектив ағымдағы йылдың 8 майында билдәле буласаҡ. Шулай уҡ мәғариф коллективтары араһында патриотик йырҙарҙы донъяның барлыҡ халыҡ телдәрендә башҡарыу буйынса ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре, клубтары араһында старт алған “Йырҙарҙа – тормош теләге” исемле I Бөтә Рәсәй фестивале үтә.