Бәхетһеҙ ваҡиға 10 апрелдә кискеһен Өфөнөң Киров районында теркәлгән. Атай тип аталған кеше бысаҡ алып улының түшенә сәнсә, аҙаҡ, ярҙам итәһе урынға, ҡурҡышынан сығып ҡаса. Ярҙам һорап, бала иртәгәһенә үҙе табиптарға мөрәжәғәт итә. Малайҙың әсәһе тураһында бер нәмә лә әйтелмәй.
Әлбиттә, бының кеүек йыртҡыслыҡ айыҡ баш менән ҡылынмағандыр. Билдәле булыуынса, хәсрәт атай алимент түләмәгән өсөн алдан да яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Полиция әле енәйәтсене эҙләй.