Йәмғиәт
16 Апреля 2020, 06:45

Иманһыҙ 27 тәрене бысҡан...

Был ҡылығының сәбәбен нисек аңлатыр?

Октябрьский ҡалаһы янындағы Мулла ҡасабаһында аҡылға һыймаҫлыҡ хәл булған. Ошонда йәшәгән ҡатын зыяратҡа улының ҡәберенә бара. Унда ни күҙе менән күрһен, яҡынына тип ҡуйған тәрене кемдер бысып алған. Ҡатын кисекмәҫтән полицияға мөрәжәғәт итә.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала яуызды таба. Ул ошо ауылда йәшәгән 50 йәшлек ир булып сыға. Йәмғеһе зыяраттан 27 тәрене бысып алған ул. Нимәгә кәрәк булғандыр улар иманһыҙ бәндәгә, уныһы аныҡ ҡына билдәһеҙ. Тәреләрҙән усаҡ яҡҡан тип тә фаразлайҙар. Әле был эште полиция хеҙмәткәрҙәре ентекле тикшерә.
Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас