Бер ваҡытта ла бай йәшәмәнек, ғүмер буйы ерҙә бил бөгөп эшләнек. Үҙ хужалығыбыҙ булғас, йортобоҙҙа ите лә, майы ла, шөкөр, булды. Таң һарыһынан ҡараңғы төшкәнсе аяғөҫтө, арманһыҙ булып арыйһың. Шулай эреле-ваҡлы мәшәҡәттәр менән йылдар үтте, балалар төрлө яҡҡа таралышты. Тәүҙә улыбыҙ армиянан ҡайтыу менән күп торманы, Себергә нефть сығарырға китте. Ҡыҙыбыҙҙы ҡалаға уҡырға оҙаттыҡ.
Кейәүгә сығып, тормош көтә башлағас, ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек. Аҙаҡ ауылға ҡайтмай башланылар, әйтеүҙәренсә, улар хәҙер бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, өҫтәүенә ата-әсәһенә ярҙам итергә ваҡыттары юҡ. Беҙ ни элеккесә һаман мал-тыуар аҫрап донъя көтәбеҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, артҡанын һатабыҙ. Пенсияға сыҡҡас, ваҡытыбыҙ ҙа, килемебеҙ ҙә арта төштө, күңел күтәрелде, яңы пландар ҡора башланыҡ.
Тик былтыр көтөлмәгән ваҡиғалар уй-хыялдарҙы юҡҡа сығарҙы. Ҡаланан ҡыҙым ғаиләһе менән ҡайтып төштө. Бәй, быларға ни булған, бығаса танауҙарын да күрһәтмәгән ҡыҙым менән кейәүемдең килеүе тиккә түгелдер. Килделәр ҙә зарлана башланылар: аҡса етмәй, зшһеҙ ҡалыу хәүефе ҡурҡыта... Ирем менән кәңәшләшеп, йыйған аҡсаны бирергә булдыҡ, ни эшләйһең, үҙ балаларың, иң ҡәҙерлеләрең... Иртәгә бергәләп бәрәңге лә ултыртып алырбыҙ, алла бирһә. Юҡ, ҡунырға ла ҡалманылар, рәхмәт әйттеләр ҙә ҡайтып киттеләр.
Үпкәләмәнек, әлбиттә, иң ауыр минуттарында ярҙам итә алыуыбыҙға һөйөндөк кенә. Ике айҙан ҡыҙыбыҙ килеп төштө, йәнә шул уҡ хәл, аҡса юҡлыҡҡа зарлана. Иренең эш хаҡы аҙ, коммуналь хеҙмәттәргә бурыстары йыйылған. Атаһы ҡыҙын ҡосаҡлап үбеп:”Ярай, ҡыҙым, ҡайғырма, аҡса булыр, тик кейәү менән малға бесән әҙерләшергә килерһегеҙ инде”, - тине. Килеп тә күренмәнеләр, ҡыҙыма телефондан шылтыратһам, ”ваҡыт юҡ” тип ҡырт ҡына яуапланы. Был хәлдән һуң ирҙең “мыйығы сыбалды”, беҙҙе һанға һуҡмағас, аяҡ та баҫмаһындар, тип үртәлде, айырыуса көйөк кейәүенә асыуы килде. Мин ике ут араһында - ирем дә хаҡлы, ҡыҙым да йәл...