Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Гүзәл Уразова менән Татарстандың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Хәкимов 14 апрелдән башлап Инстаграмда көн һайын халыҡҡа бушлай онлайн концерт ҡуя.
Донъя коронавирус менән көрәшкәндә, илдә үҙ-үҙеңде изоляциялау барғанда, кешеләр төшөнкөлөккә бирелмәһен тип, улар ижадтары аша кәйефтәрҙе күтәрә, рухи ярҙам күрһәтә. Йырлы ғаилә тура эфирҙар ваҡытында хитҡа әйләнгән йырҙарын башҡара, тамашасылар уларҙы бик яратып ҡабул итә. Бөгөнгө ваҡиғаларҙы ла урап үтмәй улар. Тамашасыларына иҫәнлек-һаулыҡ теләп, табиптарға йырҙар бағышлап торалар.
Гүзәл менән Илдарҙың тура эфирына ҡушылғандар был онлайн сараның башҡа концерттарҙан бер ҙә кәм булмауын билдәләй. Ысынлап та, йырсылар был эшкә бик яуаплы ҡарай, еренә еткереп әҙерләй.
Онлайн трансляцияла танылған шәхестәребеҙ ҙә иҫкә алына. Мәҫәлән, Гүзәл Уразова данлы яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллинға бағышлап, уның һүҙҙәренә яҙылған "Йырлайым тыуған яҡта", Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә арнап, уның репертуарынан "Балаларға фатиха" исемле йырҙарҙы башҡарҙы.
Бер концертта йырҙарҙың тере тауышҡа башҡарылғанына шикләнгәндәр булыу сәбәпле, бер йырҙы ике тапҡыр йырларға тура килде уларға.
"Тере тауыш булыуына ышанманылар. Шуға йырҙы төрлө еренән өҙөп башҡарырға тура килде..." - тип белдерҙе был хаҡта йырсылар.