Һүҙҙе ҡулланыуҙа сама белмәү эштә лә баймабашлыҡҡа килтерә.
Этьен Боэсси, француз шағиры, публицист.
Әҙәм балаһы үҙенең көндәлек мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәй. Бәғзе ваҡыт ул логика закондарына һыймаҫтай эш атҡарып ташлай, аңға түгел, бәлки хискә таянған саҡтары йыш була. Ләкин хатта шул мәлдәрҙә лә кешенең шәхсән ҡылыҡтарын ижтимағи-сәйәси процестарҙан айырып ҡарарға ярамайҙыр. Тәбиғәттәге кеүек үк, йәмғиәттә лә һәр нәмә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән.
Ошолар тураһында уйланғанда, мин, олоғайған журналист һәм публицист, беренсе нәүбәттә, хәҙерге Рәсәйҙәге киң мәғлүмәт сараларын һәм был ҡатмарлы донъялағы процестарҙы күҙ уңында тотам.
Журналист хеҙмәте ябай түгел. Хәбәрҙар булмаған кешенең генә уның эшенә “барҙы, күрҙе, яҙҙы, баҫтырҙы” күҙлегенән ҡарауы ихтимал. Етди журналист үҙен уратып алған хәл-ваҡиғалар тураһында уйланмай, дәлилдәрҙе бер-береһе менән сағыштырып анализламай булмаҫ. Тимәк, ҡулына ҡәләм алған кеше (хәйер, яҙышыусылар хәҙер компьютер экранына текләп эшләй) нимәгәлер баһа бирә. Шул уҡ ваҡытта журналистың һөнәри һәм әхлаҡи сифаттары тураһында асыҡтан-асыҡ фекерләшеү һирәк. Был мәсьәләгә баҫым яһауымдың сәбәбе – һуңғы йылдарҙа ташҡа баҫылған һәм ғәм алдында әйтелгән һүҙ өсөн яуаплылыҡтың кәмеүендә.
Яңғырауыҡлы һүҙ менән тышҡы эффект митингтар өсөн генә һәйбәт. Етди әйбер өсөн, фекер эҙмә-эҙлеклелеге менән бергә, һүҙҙе һайлай белеү кәрәк. Был йәһәттән яҙғандарыма Рәми Ғарипов тарафынан етди талапсанлыҡ өсөн рәхмәт. Мостай ағайҙың һөйләм өҫтөндә ювелир кеүек эшләүенә шаһит булғаным бар. Әгәр беҙ һүҙҙең ҡәҙерен ошо оҫталар һымаҡ белә алһаҡ...
Ҡайһы саҡ, яҙғандарымды ҡабаттан уҡып сығып, һүҙ менән ибәтәйһеҙ мөғәмәлә итеүем, фекерҙәремдең тыйнаҡһыҙлығы, аҡыл менән хисте яраштыра алмауым өсөн уңайһыҙланам. Ҡулға ҡәләм алырға йөрьәт иткәс, беҙгә замандың буталсыҡлығына, сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа, иҡтисадтағы көйһөҙлөктәргә һылтаныу килешмәй. Журналист теләһә ниндәй шарттарҙа ла фекеренең аныҡлығын һәм тирә-яҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы объектив баһалау һәләтен һаҡларға тейеш. Бөйөк фәйләсүф Иммануил Кант әйтмешләй, аҡыллы мәсьәләләрҙе күтәрә белеү – аң һәм зирәклектең көҙгөһө. Ошондай сифаттарға эйә булмаған кешегә, минең ҡарашҡа, журналистика ят булырға тейеш. Хәйер, журналист һөнәренә ике һүҙҙе ялғай белмәгән әҙәмдәр ынтылған осорҙа элекке идеалистик ҡарашты әйтеп тороу ҙа уңайһыҙ.
Беҙгә, журналистарға, хөрмәт бик түбән осорҙа эшләү яҙмышы тейҙе. Демократия әлегә хыял ғына булып ҡалған йылдарҙа беҙҙе тик мәртәбәбеҙҙе һаҡлап ҡала алыуыбыҙ һәм юғары профессионаллек кенә ҡотҡара ала. Бар яҡлап белемле, мәғлүмәтле, һөнәри әҙерлекле һәм дәрәжәһен белгән журналист хатта финанс ҡытлығы һәм псевдодемократия шарттарында ла сафта ҡала.
Күп йылдар көнләшеп тә, һоҡланып та, һабаҡ та алып, Василий Михайлович Песковты уҡыным. Журналистиканың классик ҡанундарынан да юғарыраҡ күтәрелгән был кеше, минең ҡарашҡа, беҙҙең заман Рәсәй журналистикаһында иң ҙур һүҙ оҫтаһы тип һанала алалыр. Ул һүҙ ҡәҙерен белеп, аҡыл менән ғәжәйеп игелеклелекте бергә уҡмаштыра алған. Бына әле фәҡирегеҙ “мин” һүҙенән һис айырыла алмай, ә Песков әҫәрҙәрендә уны осратмаҫһығыҙ. Оҫтаға бының хәжәте лә юҡ ине.
Журналистикала оҫталыҡтың етешмәүе генә үҙ-үҙең менән һоҡланыуға килтерә. Беҙҙең һөнәргә яңылыш килеп юлыҡҡан бәғзе берәүҙәр төрлө ғауға һәм шикле тарихтар, сенсациялар һәм боҙоҡлоҡ эҙләп саба. Өлкән журналистарға, шөкөр, бындай сир йоҡмай. Журналистикаға етди мөнәсәбәте булған йәштәргә, бәлки, оло ижадсыларҙың нисек эшләүенә диҡҡәтлерәк күҙ һалыу артыҡ булмаҫ ине. Шыма һөйләү һәм яҙыуҙан тыш, фекерләй белеү ҙә мөһим.
Ҡырҡ биш йыл элек миңә илебеҙ баш ҡалаһында журналистика теорияһын өйрәнергә насип булғайны. (Хәйер, яҙыуға вузда өйрәтеү мөмкинме икән?) Белемле, донъяға ҡарашы етди формалашҡан журналистар әҙерләү – әле лә мөһим мәсьәлә. Әммә теория – бер, ә тормош тәжрибәһе – икенсе. Шуға күрә Мәскәүҙең данлыҡлы журналистары менән осрашыу беҙҙең өсөн мәктәп тә, байрам да булды. Улар беҙгә оҙон-оҙаҡ лекциялар ҙа уҡыманы, аҡыл да һатманы, ә бары тиң күреп һөйләшә, бәхәсләшә торғайны. Ошо оҫталар менән донъяның теләһә ҡайһы тарафына командировкаға сығып китергә, уларҙың нисек эшләүен, кешеләр менән нисек аралашыуын, ниндәйерәк һорауҙар биреүен, мәҡәләләрен нисек яҙыуын күрергә хыялландым. Оҫтаны тыңлаған ваҡытта ижадтың сит күҙҙәргә салынырға тейеш түгеллеге, уның шәхсән эш булыуы башҡа инеп тә сыҡмай, әммә оҫталыҡ серҙәренә тиҙерәк төшөнөү теләге һинең тыйыуҙарыңдан да көслөрәк булып сыға.
Әүәлерәк – вазифа бурыстары, хәҙер иһә күңел тартыуы буйынсалыр, мин көн һайын бик күп баҫма матбуғатты ҡарап сығам, телевидение тапшырыуҙарын ҡарайым, радио тыңлайым. Әгәр миндә юҡ-бар һүҙҙе һәм әшәкелекте, ялғанлыҡты, дошманлыҡты һәм бысраҡлыҡты үткәрмәҫлек тылсымлы иләк булһа. Тормоштоң һәр төрлө йөҙөн күргән профессиональ журналист һәм публицист булараҡ та, миңә бөгөнгө матбуғатты аң һәм күңел аша үткәреүе ауыр. Ә инде гәзиттә баҫылған, эфирҙан әйтелгән һүҙҙе ысынға алып өйрәнгән һәм агрессив пропаганда алдында ҡоралһыҙ ҡалған ябай уҡыусының хәлен кем уйлар? Ҡулымдан килһә, мин ҡәләм һәм микрофон алыуға лицензия менән генә рөхсәт бирер инем. Ә инде Журналистар союзына ишекте теләгән һәр кем алдында асыу, ғөмүмән, профессионаллекте арттырмай.
Журналистикала беҙҙең төпкә егелеп эшләү осоро һәр һүҙебеҙҙе һағалап торған ҡәтғи партия контроле ваҡытына тура килде. Күрәһең, “эске цензор” тигән төшөнсә, хатта ыңғай контекста, ошо мәлдәрҙә хасил булғандыр. Фекереңде самалап әйтеү, һүҙеңде уйлап һөйләү, дөйөм күренешкә хилаф булырҙай осраҡтарҙы ситкәрәк ҡуйыу ул заман журналистарының ҡанына һеңгәйне. Шул уҡ ваҡытта шаблон буйынса уйлау һәм трафарет буйынса яҙыу ҙа булманы. Юғарыла телгә алынған ҡағиҙәләргә таянып эшләү һөнәри оҫталыҡты күтәреүгә һәм күрһәтеүгә ҡамасаулыҡ итмәне.
Әйткәндәй, илдәге сәйәси климат журналистың оҫталығына йоғонто яһамай, ә уның позицияһына ғына тәьҫир итеүе ихтимал. Шулай ҙа 80-се йылдар уртаһында юғары хакимлыҡта кәйефтәрҙең үҙгәреүе журналистарҙа ла сағылыш тапмайынса ҡалманы. Әгәр үҙәктәге публицистар, иҡтисадсылар, социологтар үҙҙәренең матбуғаттағы ҡыйыу, хатта радикаль сығыштары менән йәмәғәтселекте алдағы үҙгәрештәргә әҙерләһә, өлкә, район журналистарының был йәһәттән мөмкинлектәре сикле. Эш бында урындағы журналистарҙың һөнәри әҙерлегендә генә лә түгел. Улар, йәнәшәлә эшләү сәбәпле, хакимлыҡ структураларының йоғонтоһона нығыраҡ бирелә. Урындағы матбуғат тиҙ үҙгәреп торған сәйәси һәм иҡтисади шарттарға йәһәт кенә яраҡлаша алмай. Тоғроһон әйткәндә, бының зарурлығы ла юҡ ине.
“Кешеләрҙе ҡайһы саҡта доға менән сафландыра, һүҙ менән аҡылдарына ҡайтара алмаҫбыҙ һымаҡ. Һүҙ арыны. Беҙ ҙә һүҙҙән арыныҡ. Бигерәк күп һиптек бит инде уны”. Быны күренекле рус әҙибе Виктор Петрович Астафьев әйткән.
Ысынлап та, һүҙ арый, тиҙәр. Юҡтыр, урынһыҙ һүҙҙәрҙән уҡыусылар, тыңлаусылар талсыға. Шуға күрә лә һиңә һүҙ менән эш итеү форсаты бирелгән икән, ул выждан иләге аша үтеп, намыҫтан ғына ҡойолорға тейеш. “Һүҙҙең көсө икһеҙ-сикһеҙ. Еңелеп ҡаса башлаған ғәскәрҙе туҡтатыу, еңелеүҙе еңеүгә әйләндереү һәм илде ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн йыш ҡына урынлы әйтелгән һүҙ ҙә етә торған булған”. Француз әҙибәһе Жирарден әйткән хаҡ һүҙҙәргә ниҙер өҫтәү кәрәкмәйҙер.