Йәмғиәт
21 Апреля 2020, 17:25

Шаяртыуҙары бик тәрәнгә китте...

"Әҙәм мәсхәрәһе. Конкурста ҡатнашҡығыҙ килдеме? Ҡатнашығыҙ, тик быны башҡорт милли кейеменә һәм мәҙәниәтенә бәйләмәгеҙ!"

“Instagram”да мендәр һәм ҡайыш ярҙамында "кейенеп" тѳшкән челлендж (саҡырыу, ярыш интернет-ролигы) таралыу алды. Уны милли ғаилә байрамдарын ойошторған Александра һәм Инвир Хисаметдиновтар һалған. Быны уларҙың коронавирус мәлендә үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибенә ҡарашын белдереү тип тә аңларға була.

Тик шаяртыуҙары бик тәрәнгә киткән. Ҡатындың мендәр ярҙамында ғына тәнен ҡаплау менән сикләнмәйенсә, башына ҡашмау кейеүе, ә ирҙең япмаға тѳрѳнѳп, ҡамсат бүректә булыуы кемдәрҙелер “ҡыуандырһа”, икенселәр иһә уларҙы тәнҡит утына күмде.

"Әҙәм мәсхәрәһе. Конкурста ҡатнашҡығыҙ киләме? Ҡатнашығыҙ, тик башҡорт милли кейеменә һәм мәҙәниәтенә бәйләмәгеҙ! Видеоны алып ташлағыҙ, минең милләтемде, ата-бабаларымды мыҫҡылламағыҙ!" - тип яҙа социаль селтәрҙә ризаһыҙлыҡ белдергәндәрҙең береһе һәм башҡа дәғүәләр бихисап.

Уйындан уймаҡ сыға, ти халҡыбыҙ. Ауыр иҡтисади һәм рухи кѳсѳргәнеш кисергән мәлдә был видеояҙма кешеләрҙе ҡуҙғытып ебәрҙе. Ундай шаяртыу кәрәк булдымы?
Фото: скриншот.
Читайте нас