Йәмғиәт
24 Апреля 2020, 08:30

Тағы ла бер ғүмер ҡыйылған

33 йәшлек Мәсетле районы егете Chery A15 еңел автомобиленә идара итә алмай юлдан төшөп китә, һөҙөмтәлә машина түңкәрелә.

Балаҡатай районының Оло Ыҡтамаҡ-Яңы Балаҡатай автомобиль юлының 31-се километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 33 йәшлек Мәсетле районы кешеһе Chery A15 еңел автомобиленә идара итә алмай юлдан төшөп китә, һөҙөмтәлә машина түңкәрелә.
Аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһында Архангель районынан 42 йәшлек ир ауыр тән йәрәхәттәре менән урындағы дауаханаға оҙатыла. Үкенескә күрә, бер нисә сәғәттән һуң пассажир дауаханала йән бирә.

Аҙаҡ Мәсетле районы кешеһенең водитель таныҡлығы булмауы асыҡланған, етмәһә, ул медицина тикшереүе үтеүҙән дә баш тартҡан.

Һуңғы тәүлектә республика юлдарында алты юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, аварияла бер кешенең ғүмере ҡыйылған, биш кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

www.bashinform.ru
Читайте нас