Йәмғиәт
25 Апреля 2020, 11:30

Бер быуаттың тере шаһиты

Учалы йөҙйәшәре Президент ҡотлауын ҡабул итте.

Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 100 йәште үткәндәр һаны ун процентҡа артҡан. Йыл башында улар 22,6 мең кеше иҫәпләнгән. Башҡортостанда, 2019 йылдың 1 октябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 176 йөҙйәшәр теркәлгән.
Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында йәшәгән Антонина Перелыгина ла бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.
Антонина Алексеевна 1920 йылдың апрелендә Дыуан районының Митрофановка ауылында донъяға килә. Урта белем алғас, 1940 йылда Бәләбәйҙә медицина туташтары мәктәбен тамамлай һәм Ишембай ҡала дауаханаһына эшкә йүнәлтелә. 1943 йылда буласаҡ ире Федор Гаврилович менән таныша, ул Курск дуғаһы өсөн барған аяуһыҙ алыштарҙа яраланып ҡайтҡан яугир була. 1946 йылда йәштәр өйләнешә, ғаиләлә дүрт бала тыуа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүһе сабый ғына сағында мәхрүм була.
Ғаилә Октябрьский, һуңынан Тамбов ҡалаларында йәшәй, ә 1959 йылда Учалыға килеп төпләнә. Антонина Алексеевна 146-сы төҙөлөш тресының медпунктында хеҙмәт итә, 1963 йылдан ҡала дауаханаһының балалар бүлегендә эшләй һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.
Бөгөн йөҙйәшәр яҡындары йылыһын тойоп, бәхетле ғүмер кисерә. Антонина Перелыгина ил Президенты Владимир Путиндан Ҡотлау хаты алып шатланды.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайты.
Читайте нас