Йәмғиәт
26 Апреля 2020, 17:40

Һөйөнсө: халыҡ артисының улы тыуған!

Бәхетле атай ҡатынына рәхмәт һүҙҙәре еткергән һәм: "Был донъяға рәхим ит, улым!" - тип яҙған.

Опера йырсыһы Илдар Абдразаҡовтың улы тыуған. Был шатлығы менән халыҡ артисы, "Алтын битлек", "Грэмми" премиялары лауреаты Илдар Әмир улы Инстаграмдағы сәхифәһендә уртаҡлашҡан.
Бәхетле атай ҡатынына рәхмәт һүҙҙәре еткергән һәм: "Был донъяға рәхим ит, улым!" - тип яҙған.
Билдәле булыуынса, Илдар Абдразаҡов үҙе 1976 йылда Өфөлә сәнғәт кешеләре ғаиләһендә тыуған. Әсәһе - рәссам, атаһы актер, режиссер, Башҡортостан киностудияһына нигеҙ һалыусы. Бер туғаны Асҡар Адразаҡов та - опера йырсыһы. Илдар Әмир улы бихисап мәртәбәле премиялар лауреаты, 2018 йылда Салауат Юлаев ордены менән наградланды.

Бәхетле атайҙы оло шатлығы менән беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ, бәләкәй Абдразаҡовтың бәхетле, тәүфиҡлы булып үҫеүен теләйбеҙ.
Читайте нас