Иртәгә нимә булырын, ҡайҙа кемде осратырын, нимә юғалтырын йәки, киреһенсә, табырын бер кем дә алдан күҙаллай алмай. Бына ошо хаҡта уйланып, бөгөн иртән тәгәрмәсле ҙур сумкаһын һөйрәп туҡталҡаға ҡарай йүнәлде Нурсилә. Ҡыш буйы бармаған баҡсаһына юлланды ул.
Тик бына ире Рәмзил генә, һәр ваҡыттағыса, һөйләнә: “Шул помидор менән алмаңды күрше баҙарҙан да һатып алып була бит. Магазинда йәшелсә-емеш бөткәнме? Аҡса эшләйһең бит, һатыр ҙа алырһың...” Эйе, күп яҡлап аңламай уны ире. Ғаиләләрендә бар ауырлыҡтар тиерлек - Нурсилә иңендә. Ҡатын баҡсаға ла үҙе генә йөрөргә күнеккән. Бөгөн дә, ялда сағында, барып әйләнмәксе булды.
...Алмағастары, сейәләре, ҡарағаттары йәм-йәшел япраҡҡа күмелгән. Эй ярата ла инде Нурсилә баҡсаһын: сәскәләрен, емеш-еләктәрен... Көндәр буйы ошонда булышыуы - үҙе ләззәт. “Атай-әсәйемдән ҡалған ер... Саф һауа, үҙ емеш-еләгең... Бер нәмә менән алыштырғыһыҙ уларҙы”, – тип ҡуя гел ҡатын. Әле ул күршеһе Наилде күреп ҡалды. Ул гел баҡсаһынан ҡайтышмай. Яңғыҙ кешегә бында еңелерәктер: эш менән үтә ял көндәре. Ул арала: “Һаумы, Нурсилә! Миҙгел башландымы?” – тип ҡысҡырҙы әллә ҡайҙан Наил. Ҡатын уға йылмайып, сәләмләп ҡул болғаны ла баҡсаларындағы йортҡа инеп китте. “Һуңғы ваҡытта ошо күршем хаҡында йыш уйланамсы” тигән уйынан һиҫкәнеп китте ул...
Йыл һайын ошо миҙгел башланғас, баҡсаһына һәр ялда килергә тырыша Нурсилә. Тик әле, тәүге көндә, эш менән артыҡ мауығып киткән: тиҙ генә әйберҙәрен алып һуңғы автобусҡа йүгерҙе.
Күп тә үтмәй, ямғыр ныҡлап яуа башланы. Тик автобустың күҙ алдынан юғалыуын алыҫтан ғына күреп ҡалды Нурсилә. Аптырағас, баҡсаға ҡарай кире барайым тип торғанда, күршеһенең шәп-шәп атлап килеүен күреп ҡалды. “Нурсилә, ямғырға һыуланып бөтәһең бит. Бөгөн мин дә һуңлағанмын. Ғәҙәттә, иртәрәк ҡайта торғайным. Баҡсаға ҡарай кире китергә тура килә инде беҙгә. Шифалы бал, ҡарағат ҡайнатмаһы менән сәй эсербеҙ. Бынау һалҡын ямғырҙан һуң сирләп ҡуйма инде”, – тип һөйләнде.
...Наилдең хуш еҫле үләндәрҙән яһалған сәйен тәмләп эсте Нурсилә һәм һәр йотом һайын уның күңеле тынысланғандай кеүек булды. Ҡатын ирҙең ауыр яҙмышы хаҡында йотлоғоп тыңланы ла тыңланы. Беренсе тапҡыр ул үҙен яҡлаулы һәм һаҡлаулы кеүек тойҙо. Өҫтәүенә бер туҡтауһыҙ ҡойоп яуған ямғыр ҙа ҡатындың шик-шөбһәләрен, ҡурҡыуын юҡ иткәндәй тойолдо. Ошо мәлдә ул хатта ҡалала ире Рәмзилдең көтөүе хаҡында ла онотҡайны...