Йәмғиәт
27 Апрель 2020, 07:30

«Ваҡыт дауаламай, буш һүҙҙәр...»

Хәниә Фәрхиҙең вафат булыуына өс йылға яҡын ваҡыт үтте.


Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең вафат булыуына өс йылға яҡын ваҡыт үтте. Яратҡан йырсыбыҙҙы юғалтыуҙы шаҡтай ауыр кисерҙек.

Ғәзиз кешеләрен юғалтыуҙы йырсының ғаиләһе тағы ла ауырыраҡ кисерә, әлбиттә. Бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллинаның апаһын иҫкә алмаған бер көнө лә юҡ. Үҙенең хис-кисерештәре менән ул йыш ҡына Инстаграм сәхифәһендә уртаҡлаша.

Бер нисә көн элек урынлаштырылған яҙмаһы ла нәҡ күренекле шәхесебеҙ тураһында.
«Үҙ-үҙеңде йыуатып та, алдап та булмай шул. Ваҡыт дауаламай, буш һүҙҙәр... Нисек һин уның менән бер йылы ҡосаҡта наҙланып, иркәләнеп үҫ тә, көн-төн тимәйенсә, юҡ ҡына шатлыҡтарҙы ла, кес кенә борсоуҙы ла бер-береңә еткер ҙә шуны оноторға мөмкин? Киләсәккә яҡты хыялдар төҙө лә, ял итеү, сит илдәргә сәйәхәт, балаларыбыҙҙың туйҙарын да бергәләп үткәреү, кәрәк саҡта ярҙам итеү, ҡыҫып ҡосаҡлап: «Әл дә һин бар минең алтыным», – тип наҙлап өндәшеүҙе нисек бер миҙгел эсен дә юҡҡа сығараһың? Күкрәгеңдән йәнде һурып алып бәргән кеүек бит ул! Баштан үткәргәндәр мине аңлар.
Телефон шылтыраһа ла, смс-тар килһә лә, ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтаһа ла, ишек алдынан гөрләшеп кеше инһә лә һин, һин ҡайтырһың да: «Шундай һағындым, туғаным, алтыным», – тип ҡосағыма ташланырһың кеүек бит һаман. Аҡылым аңлай, йөрәгем ҡабул итмәй. Тиҙҙән икебеҙҙең дә матур юбилей етә бит, Апау!..
Нисек онотаһың, нисек оноторһоң?! Ярты йөрәгемде, йәндең тыныслығын, тормоштоң йәмен алып киттең, Апау. Ҡояшым! Әрнегән саҡтарымда һине үҙемдең урынға ҡуйып ҡарайым. Һин дә мин кисергәндәрҙе кисер ине. Һинең хаҡың юҡ ине, Апа, мине ҡалдырырға! Юҡ ине, юҡ ине. Бөтә ерҙә һин, йырҙарың, фотоһүрәттәрең... Был хәл бик рәхәт тә, шул уҡ ваҡытта бик әрнеүле, ауыр ҙа...», – тип яҙа ул.

Фото: 24smi.org
Читайте нас