Йәмғиәт
28 Апреля 2020, 09:53

Бәхеткә сорналған ғүмер

Әлфрит Әхмәтшин Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Атаһы иртә донъя ҡуйған. Әсәһе Миңкамал Хәлил ҡыҙы, биш баланы бер үҙе тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарған. Үҫмергә тормоштоң әсе-сөсөһөн иртә татырға тура килгән.

Әлфрит Әхмәтшин Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Атаһы иртә донъя ҡуйған. Әсәһе Миңкамал Хәлил ҡыҙы, биш баланы бер үҙе тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарған. Үҫмергә тормоштоң әсе-сөсөһөн иртә татырға тура килгән.


Ғаиләлә иң оло малай булғанлыҡтан, атаһын алмаштырған, ирҙәр эшен яңғыҙы башҡарған. Йорт мәшәҡәттәре, малға бесән әҙерләү, үҙенән бәләкәс туғандарын ҡарау үҫмер егеттең бурысына әйләнгән. Өйҙәге эштәрҙе тамамлағас, әсәһенә ярҙамлашыр өсөн фермаға ашыҡҡан. Мәктәп йәшенән үк техника менән ҡыҙыҡһынған. IX кластан һуң йәйге каникул ваҡытында колхозда эшләп йыйған аҡсаһына тиҫтерҙәре араһында иң беренселәрҙән булып “Минск” мотоциклы һатып алған.


Ә инде әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Учалы ауылындағы 89-сы һөнәрселек училищеһында шоферға уҡып сыҡҡан һәм бер нисә көндән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына слесарь булып эшкә урынлашҡан. Ул саҡтарҙа был берекмәне билдәле шәхестәр – Михаил Беляев, аҙағыраҡ Ильяс Абдрахманов етәкләгән. Оҙаҡ йылдар уларҙың ҡул аҫтында слесарь, иретеп йәбештереүсе булған Әлфрит етәкселәренән эшселәргә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға, алдағы тормошҡа аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәнгән. Тырыш, аҡыллы егетте мастер итеп үрләтәләр, ул шунда ҙур тәжрибә туплай. Әле Әлфрит Мирхәт улы комбинаттың газ хеҙмәтенә етәкселек итә.


Ул һөйөклө ҡатыны, Учалы районының Рысай ауылы һылыуы Әнисә Әхмәтшина менән аҡыллы, тәүфиҡлы ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Әле улар икеһе лә, үҙ ғаиләләрен ҡороп, матур, иманлы тормошта йәшәй.


Тыныс, бәхетле тормош өсөн, әлбиттә, бик күп көс һалырға тура килә Әхмәтшиндәргә. Башта, күп йәш ғаиләләр кеүек, ятаҡта йәшәйҙәр, тора-бара – бер, һуңынан ике бүлмәле фатир алалар. Хәҙер инде бынамын тигән шәхси йорттарында донъя көтәләр. Уларҙың матур, иркен өйҙәре бер ваҡытта ла буш тормай. Туған-тыумасалары, дуҫ-иштәре өсөн ишектәре һәр саҡ асыҡ. Ярҙам һорап килеүселәрҙе лә бер ваҡытта ла кире бороп сығарырға өйрәнмәгән Әхмәтшиндәр.


Учалы районының Ахун ауылында ғүмер иткән “Ҡыҙыл партизан” колхозының алдынғы умартасыһы, шәхси эшҡыуар Зөфәр Әхмәтшин – бер туған ҡустыһы Әлфриттең уң ҡулы. Буш ваҡыты булыу менән туғаны янына ашыға ул. Бергәләп умарталыҡтарында бал ҡорттары менән мәж киләләр. Тырыш, егәрле кешеләр эштән бушаймы һуң? Ундайҙарға бер генә теләгем бар: артабан да уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, Хызыр Ильяс юлдаш булһын һеҙгә!


Учалы районы.
Читайте нас