Йәмғиәт
28 Апреля 2020, 10:45

Бәпембә ашаған Тоня әбей был юлы өшөй...

Йыуындырып, сәсен ҡырҡтырып, өҫ-башын рәтләнеләр, йортон ремонтланылар, хатта тешен дә ҡуйҙырттылар.

Былтыр июлдә Өфө эргәһендәге Максимовка ауылында йәшәгән Тоня әбей өйө эргәһендә бәпембә ашап ултырған саҡта үтеп барған кешеләр уны фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалғайны. Ирекмәндәр һәм битараф булмағандар уға ярҙам итте: аҙыҡ-түлек алып килделәр, йыуындырып, сәсен ҡырҡтырып, өҫ-башын рәтләнеләр, йортон ремонтланылар, хатта тешен дә ҡуйҙырттылар.
Быйыл тағы ла Тоня әбей бәләгә тарыған – өйөндәге яғыулыҡ ҡаҙанлығы ватылған. Ярҙамсылары белдереүенсә, йортта түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Газды ябып торорға газ хеҙмәтен саҡырғандар. Пенсионерҙың ҡаҙанлыҡҡа аҡсаһы булмай сыҡҡан, ирекмәндәр ошо маҡсатта тағы ла аҡса йыя башлаған.
- Тоня әбейҙең йортонда йылы юҡ. Ҡаҙанлығын, торбаларын алмаштырырға кәрәк. Яҡын арала был мәсьәлә менән шөғөлләнәсәкбеҙ, ейәнсәре беҙҙең менән, – тип белдерә ирекмәндер.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас