Йәмғиәт
28 Апреля 2020, 06:30

“Балам беҙҙе ҡараясаҡ” тип әйтмә...

Гүзәл яратып Алсынбайға кейәүгә сыҡҡан, үҙ сиратында, егет тә кәләшен өрмәгән ергә ултырмаған. Тормоштарына шатлыҡ өҫтәп, сабыйҙары тыуған. Атай кеше лә, әсәй ҙә ошо бер баланы аяҡҡа баҫтырыуға көс түккән, ә тағы ла бәпәй алып ҡайтыуҙы хәстәрләмәгән.

Таксист Ғәлимнур Туйгилдин тыуған яғына ике генә пассажир менән юлланды. Дүрт кеше булырға тейеш ине, ләкин юлға сығыр алдынан ғына ирле-ҡатынлы булғандар сәфәрҙән баш тартты. Ни эшләйһең, кеҫәгә аҡса әҙ инеп ята инде.
Алғы урынға сибәрлеге йөҙөнә сыҡҡан һылыуҡай ҡунаҡланы, ә бер егет артҡа инеп ултырыу менән татлы йоҡоға талды.
Ғәҙәттә, Ғәлимнур юлдаштарына төрлө һорауҙар биреп, үҙе һөйләндерә. Бер нисә минут үтеүгә был икәүҙең теле телгә йоҡмай. Әйтерһең дә, улар бер-береһе менән күптән таныш. Был юлы ла тап шулай булды. Ҡыҙ телефондан һөйләшеп туҡтауға, таксист унан былай тип һораны:
– Һеҙҙе көтәләрме?
– Ҡайҙа? Нисек? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе ул.
– Ну, ҡаршы алыусың бармы?
– Ҡаршы алмайҙар, ну ҡайтам...
Әҙгә генә ҡәбер тынлығы урынлашты, аптырарһың, һүҙ ебе бер нисек тә ялғанырға уйламай түгелме?
– Ә бына мине көтөүселәрем бар, кәләшем – ирем, ә балаларым атайым тип өҙөлөп тормаһа, почти буш машина менән ҡайтып барыр инемме? Әлбиттә, юҡ. Өфөлә йоҡлап, иртәгәһенә дүрт кеше менән юлға сығыр инем.
– Һеҙ бәхетле...
Гүзәл һөйләй, ә Ғәлимнур диҡҡәт менән тыңлай.
...Гүзәл яратып Алсынбайға кейәүгә сыҡҡан, үҙ сиратында, егет тә кәләшен өрмәгән ергә ултырмаған. Йәш ғаилә район үҙәгендә төпләнгән, йорт хужаһы мебель етештереү тәңгәлендә эшмәкәрлеген көйләгән, бер нисә йылдан инде ул уңышлы эшҡыуар булып киткән. Тормоштарына шатлыҡ өҫтәп, сабыйҙары тыуған. Атай кеше лә, әсәй ҙә ошо бер баланы аяҡҡа баҫтырыуға көс түккән, ә тағы ла бәпәй алып ҡайтыуҙы хәстәрләмәгән.
– Минең улым беҙҙе ҡараясаҡ, – тип Алсынбай һәр ваҡыт Альберттың арҡаһынан һөйгән.
– Балам, тәүфиҡлы ғына бул инде, беҙгә ярҙам итеп торорһоң, йәме, – тип Гүзәл дә күҙҙәрен мөлдөрәтеп йыш ҡына улына ҡараш ташлаған.
Әкиәттәге шикелле Альберт көн үҫәһен – ай, ай үҫәһен йыл үҫкән. Мәктәп йылдарында ла, студент саҡта ла бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәгән.
Ғәжәп, бер ваҡыт быларҙың тормош тигән ҡыйығы ҡыйшая башлаған. Тәүҙә мебель цехында янғын сыҡҡан, инде аяҡҡа баҫтым тигәндә генә урманда Алсынбайҙы ағас баҫҡан, ул ике аяғын да өҙҙөргән. Бүтәнсә эшҡыуарлыҡты алып бара алмағас, эште яптырғандар. Иренең арҡаһына ғына ышыҡланып йәшәргә күнеккән Гүзәл йә бер эшкә, йә икенсеһенә тотоноп ҡараған, ләкин бер нимә лә ҡыйрата алмаған. Ул инвалид ирен ҡарауҙан ары китә алмаған.
Гүзәл үкенеп һөйләүенсә, үҙенә лә, Алсынбайға ла бер ҡасан да “балам беҙҙе ҡараясаҡ” тип бер үк үтенесте ҡабатламаҫҡа кәрәк булған. Киреһенсә, “шөкөр, эштәребеҙ яҡшы бара, киләсәктә лә шулай дауам итһен” тип ҡыуанырға ине лә бит. Теләктәре Хоҙайҙың “амин” тигән сағына тура килгән. Хәҙер бына икеһе лә улдарының елкәһендә йәшәй...
Читайте нас