Йәмғиәт
30 Апреля 2020, 18:20

Беренсе май байрамы билдәләнәсәк!

Теләктәшлек ауырыуҙан көслөрәк, ти уны ойоштороусылар.

Быйыл профсоюздарҙың Беренсе май акцияһы Берҙәм Интернет-акция формаһында уҙасаҡ. Уның маҡсаты - теге йәки был өлкәлә тир түккән хеҙмәткәрҙәрҙең түбәнге социаль-хеҙмәт өлкәһендәге проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү:
  • эшләүселәр араһындағы аҡсаһыҙлыҡ, эш хаҡын ғәҙел түләмәү, эш һөҙөмтәһенә тейешенсә баһаламау, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайҙа эшләүҙәренә һәм эш төрҙәренә ҡарамай хоҡуҡтарын боҙоу;
  • мотлаҡ социаль страховкалау ҡарамағында булып та социаль һаҡлауҙың кимәле түбән төшөү;
  • халыҡ килеменең түбәнәйеүе, киң ҡулланылышлы тауарҙарға хаҡ артыу, COVID-2019 пандемияһы һәм иҡтисади проблемалар арҡаһында йәмғиәттәге ғәҙәти социаль бәйләнештәрҙең боҙолоуы.
  • Был мәсьәләләргә туранан-тура ҡағылыштары булғандар #СОЛИДАРНОСТЬсильнееЗАРАЗЫ #1мая #профсоюз #ФНПР хэштегтары аҫтында социаль селтәрҙәрҙә үҙ ҡараштарын белдереп яҙасаҡтар.
    Шулай уҡ Башҡортостандың Профсоюздар Федерацияһының рәсми сайтында Беренсе май резолюцияһына тауыш биреү ҙә ҡаралған.
    1 май иртәнге сәғәт унда (Мәскәү ваҡыты) Рәсәйҙең Үҙаллы Профсоздар Федерацияһы рәйесе М. В. Шмаков YouTube каналы аша халыҡҡа мөрәжәғәт итәсәк.
    Фото: yandex.ru
    Читайте нас