Йәмғиәт
30 Апреля 2020, 13:29

Ҡәҙерен беләйек

Уҡытыусылар династияһы­нан булған Зилә Сәйфуллина – Бело­рет районы Шығай ауылынан. Ул ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған.

Уҡытыусылар династияһы­нан булған Зилә Сәйфуллина – Бело­рет районы Шығай ауылынан. Ул ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған.


“Советтар Союзы Геройы исемен йөрөткән Шығай урта мәктәбендә инде 36 йыл уҡыусыларҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам. Ошо дәүерҙәге эшемдә иң ҙур уңыштарым – Башҡортостандың Мәғариф алдынғыһы булдым, 2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған миҙал тапшырҙылар. Олатайым, атай-әсәйем дә уҡытыусы инеләр. Уларҙың хеҙмәтенә тап төшөрмәй эшләп йөрөүем менән ғорурланам”, – тип башлана был хат.


Фото төшөрөүгә уны тыуған яғының хозур тәбиғәте йәлеп иткән. Беҙгә ебәргән фотоһүрәттәрендә тыуған ауылы Шығай янындағы Ҡыраҡа тауының тирә-яғы сағылдырылған.


– Тәбиғәткә сыҡһаң, күңелгә ял булып ҡала. Балаларым, ейәндәрем менән тау-урмандар ҡыҙырырға яратабыҙ. Һәр кем өсөн үҙенең тыуған ере яҡын һәм ҡәҙерле, мин быны яҡшы аңлайым. Тик барыбер беҙҙең яҡ хозурлығына еткән урындар һирәктер. Ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙ – бик матур һәм күркәм төбәк. Уҡыусыларыма, балаларыма уның ҡәҙерен белергә өйрәтәм, – тип яҙа Зилә Сәйфуллина.


Һеҙ ҙә бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ! Бер нисә матур фотоһүрәтегеҙҙе alfia.85@bk.ru йәки bashkortostan.gazeta@mail.ru электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына” тип яҙып ебәреүегеҙ һорала.


Шарттар буйынса, һеҙҙән хозур тәбиғәт күренештәре, заман­даштарыбыҙ, йәнлектәр, төрлө мәлдәр сағылдырылған матур, йәнле эштәр көтәбеҙ. Шулай уҡ автор тураһында ҙур булмаған мәғлүмәт тә булһа, яҡшы. Еңеүсе авторға бүләк тапшырыласаҡ.
Читайте нас