Йәмғиәт
30 Апреля 2020, 09:55

Эш һөйгәнде ил һөйгән

30 йәшендә – Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Ниндәй генә осор булмаһын, хеҙмәт кешеһе һәр саҡ абруйлы булып ҡала. Эшсән Баш­ҡортостан халҡы илгә тоғролоғон хеҙмәттә лә, яуҙа ла меңдәрсә тапҡыр иҫбатланы, шу­ға улар ара­һында Социалистик Хеҙмәт геройҙары ла бихисап.


Илһөйәр хеҙмәтсәндәрҙе күтәреү, данлау маҡсатында 1928–1938 йылдарҙа Баш­ҡортос­танда “Хеҙмәт Геройы” исеме бирелә башлай, һуңынан Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме менән наградлайҙар. Ошо йыл­дарҙа республиканан 224 кеше юғары исемгә лайыҡ була. Ошондай уҙамандарҙың береһе Килдебай Сөләймәнов Хәйбулла райо­нында йәшәй.


Ул 1943 йылда Йомағужа ауылында тыуған. 16 йәшендә генә һөтсөлөк фермаһында мал ҡараусы булып эшкә төшә. Совхозда һауынсылар етмәй баш­лағас, ҡатын-ҡыҙ эше тип тормай – һауынсы­лыҡ­ҡа тотона. Тәүге йылда уҡ ул алдынғылар рәтенә сыға. Хужа­лыҡ комсомолдары тырыш һауынсыны үҙҙәренең ойошто­роусыһы итеп һайлап ҡуя. Шулай итеп, ул бөтә хеҙмәт юлын (1958–2003 йылдар) Хәйбулла районының “Таналыҡ” хужалығына арнай.


Эштән ҡурҡмаған уңған егет ете йылға яҡын һауынсы, 1967 йылдан – мал ҡараусы, 1984–2001 йылдарҙа – бригадир, 1989 йылдан – бүлексә идарасыһы, 2002 йылдан бухгалтер булып эшләй. Малсылыҡта юғары күрһәткес­тәргә өлгәшә – 1972 йылда ул һәр быҙауҙың уртаса тәүлек артымын 1140 грамға тиклем еткерә. Тынғыһыҙ эшсе йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, ситтән тороп ауыл хужалығы техникумын да тамамлай.


Ә бит уның тормош юлы бер китапҡа ғы­на һыйырлыҡ түгел. 23 йәшендә Ленин ор­дены кавалеры була, 25 йәшендә иһә ком­сомол съезы делегаты итеп һайлана. 30 йәшендә уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Артабан инде РСФСР-ҙың Юға­ры Советы депутаты (33 йәштә), яңынан профсоюздар съезы делегаты (35 йәштә), унда уны ВЦСПС ағзаһы итеп һайлайҙар, РСФСР Юғары Советы депутаты (40 йә­шендә), КПСС съезы делегаты. Килдебай Сөләймән улы Хәйбулла район Советына һәм Таналыҡ ауыл Советына күп тапҡыр депутат итеп һайлана, район комитеты һәм партия өлкә комитеты ағзаһы була. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградлана. ВДНХ-ла ҡатнашыусы булараҡ, “Москвич” автомобиле менән бүләкләнә.


Ғөмүмән, үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында ауыл эшсән­дәре араһында Килдебай Сөләймәнов кеүек билдәле кешеләр һирәк булғандыр. Районда эш тәҡдим итһәләр ҙә, ул үҙен үҫтергән, шәхес иткән хужалығына тоғро ҡала.


2003 йылда хаҡлы ялға сыға, әммә ул йәмәғәт тормошонан ситләшмәй – Яңы Украинка ауылының һуғыш һәм тыл ветерандары ойошмаһы рәйесе була, үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиә­ләүгә тос өлөш индерә. Уның үҙен дә район етәкселеге онотмай, байрамдарҙа ҡотлап, хәлен белешеп торалар. Социалис­тик Хеҙмәт Геройы Килдебай Сөләй­мәновтың яҙмышы – үҙе бер ҡабатланмаҫ тарих.
Читайте нас