Өфөлә "Ҡартлыҡ шатлыҡ ҡына" ойошмаһы ирекмәндәре 85 йәшлек бабайҙы ысын мәғәнәһендә үлем тоҙағынан ҡотҡарып алып ҡалды. Өлкән йәштәге ирҙең үлем хәленә етеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Шөкөр, битараф булмаған кешеләр ярҙамында хәҙер уның һаулығына бер нәмә лә янамай. Пенсионерҙы ҡотҡарыуға ирекмәндәр менән бергә республика Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре лә ҡушылған.
85 йәшлек Хатип исемле бабайҙың, бөгөн ирекмәндәр уны шаяртып Хаттабыч тип атай, һаулығы күҙгә күренеп яҡшыра. Хәлһеҙләнгән ир күп ваҡытын йоҡлап үткәрә, шуныһы ҡыуаныслы, ҡан баҫымы нормалләшкән, тән температураһы ла төшкән.
Хәбәр итеүебеҙсә, ҡарт ғүмер буйы тимер юл станцияһында эшләгән. Әммә олоғайған көнөндә уның аяҡтары йөрөмәй башлаған, әле уның кәүҙә ауырлығы ни бары 40 килограмм. Бабайҙың ҡабырғалары һынған булған, йыш ҡына иҫен юғалтҡан, хәлһеҙләнгән. Уның иҙәндә ятыуын, аяғына ла баҫа алмауын әсенеп бәйән итә ирекмәндәр.
Кемдәр Хатип бабайҙың яҙмышына битараф түгел һәм ирекмәндәргә ярҙам ҡулы һуҙырға теләй, 2202 2017 6363 1195 картаһы иҫәбенә (Елена Валерьевна Г.) "Дед Хатиб" тигән билдә менән аҡса күсерә ала.