Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов бөгөндән башлап республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кураторы итеп тәғәйенләнде. Был турала Хөкүмәттәге сираттағы оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе белдерҙе.
Ринат Бәшировтың вазифауи бурыстарына хәҙер төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан тыш, дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмалары эшмәкәрлеген, республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы, Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге менән бәйләнеште контролдә тотоу ҙа инә.
"Асылда, беҙ һеҙгә иң терәрлек ышаныслы ярҙам тәҡдим итәбеҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Министрлыҡта ағымдағы йылда эш артты. Коронавирус арҡаһында тармаҡтың башҡа йүнәлештәре зыян күрергә тейеш түгел. Халыҡ бит ауырымай тормай: инфаркттар ҙа, онкология ауырыуҙары ла бар. Мин һеҙгә планлы операцияларҙы туҡтатмау хаҡында ҡарар ҡабул итеүегеҙ өсөн рәхмәтлемен.
Шуға күрә һеҙгә көндәлек эшмәкәрлеккә иғтибар итергә кәрәк, ә коронавирус буйынса эшкә ҡағылышлы өлөштө ойоштороу өсөн Ринат Бәширов барлыҡ кәрәкле вәкәләттәргә эйә".