Йәмғиәт
30 Апреля 2020, 10:15

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Тырыш хеҙмәте юғары дәрәжәләргә күтәрҙе.

Исфар Мөхәмәтов 1940 йылдың апрелендә Башҡорт­останыбыҙҙың гүзәл төбәге — Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Петровский ауылында тыуған. Атаһы Фәтҡелислам ағай был мәлдә райондың хәрби комиссары булып эшләй. 1942 йылда атаһы һуғышҡа киткәс, әcәhe ике балаһы менан Маҡар ауылына, туғандарына күсеп ҡайта. Ошонан башлап уның тормошо хозур тәбиғәтле, бай тарихлы Маҡар ауылы менән тығыҙ бәйле.


1957 йылда урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, Исфар ағай Маҡар урман хужа­лығында хеҙмәт юлын башлай. Етди, тырыш егетте тиҙ арала район комсомол комитетына инструктор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул бында ла һынатмай: йәштәр араһында ойоштороу эштәре алып бара, уларҙы төрлө сара­ларға ылыҡ­тыра, спорт ярыштары үткәрә, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәк­тәренең эшен йәнлән­дерә. Ошоноң ише яуаплы эштәр уның ойоштороу һәм етәкселек һәләтен аса.


Өс йыл әрме сафында хеҙмәт иткәндә лә ул ротала комсомол ойошмаһы секретары, хәрби часть буйынса комсомол комитеты ағзаһы була. Артабан Өфө дәүләт авиация техник институты, ғаилә ҡороу, балалар үҫкән осорҙар – барыһы ла уның хеҙмәт һәм тормош юлының сағыу биттәре булып тора.


Юғары уҡыу йортонан һуң Исфар Мөхәмәтовтың эшмәкәр­леге дәүләт органдары менән бәйле: Өфө ҡала коми­тетының ойоштороу бүлеге инструкторы, Калинин районы партия ко­мите­тының икенсе секретары, 1977 – 1984 йылдарҙа Башҡорт­остан Өлкә Комитеты оборона сәнәғәте бүлеге мөдире урынба­ҫары, Октябрь районының беренсе секретары, Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариаты етәксеһенең урын­баҫары вазифаларын башҡара. Башҡортостандың Өлкә Коми­тетының оборона сәнәғәте бүлеге мөдире урынбаҫары булған осорҙа Ишембайҙа “Витязь” заводын төҙөүгә айырыуса күп көс һала. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Исфар Фәтҡелислам улы үҙен бөтә яҡтан талантлы, эште оҫта ойоштора белгән етәксе итеп таныта.


Тырыш хеҙмәте уны юғары дәрә­жәләргә күтәрҙе, бер нисә тапҡыр Өфө ҡалаһы халыҡ депутаттары Советына һәм БАССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайланды. Уның фиҙакәр хеҙмәте “Почет Бил­дәһе” ордены, республика Хөкүмәтенең, Башҡортостан Президен­тының, Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың Маҡ­тау грамоталары менән бил­дәләнде.


Юғары власть коридорҙары ла, яуаплы вазифалар ҙа Исфар Фәтҡелислам улының башын әйләндермәне — һәр саҡ сабыр холоҡло, миһырбанлы, саф күңелле, изгелекле, игелекле булып ҡала белеүе менән күптәргә өлгө ул. Уның өсөн иң ҙур награда – иптәштәренең, хеҙмәттәштәренең, замандаш­тарының, ауылдаштарының хөрмәте, ихтирамы. Яҡташта­рының мөрәжәғәтен, һорауҙа­рын бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡал­дырмай, мөмкин булғанса ярҙам күрһәтә. Шуның өсөн уны онотмайҙар, хөрмәт итәләр.


Хаҡлы ялда булыуға ҡара­маҫтан, әле лә сафта Исфар Фәтҡелислам улы. Ауылы, ауылдаштары, Маҡар мәктәбе менән тығыҙ бәйләнештә, улар­ҙың тормошо менән ҡыҙыҡ­һынып, проблемалары менән борсолоп йәшәй. Атаһы Фәтҡе­лислам Нуриман улының иҫтә­леген мәңгеләштереү маҡса­тында ҡустыһы Алик менән 2005 йылда район кимәлендә уның 100 йыллығын үткәр­ҙеләр. Шул уҡ йылда мәктәп, ауыл, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, спорт өлкәһендә ҡаҙаныштарға өлгәшкән, яҡшы уҡыған балаларға Фәтҡелислам Мөхәмәтов исемендәге премия булдырып, йылдың-йылы иң яҡшы мәктәп уҡыусыларын бүләкләйҙәр.


Туғандары Исфар Фәтҡелис­лам улын өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ та белә һәм ихтирам итә. Үҙенә дәрт биргән, йәшәйе­шенә йәм өҫтәгән алсаҡ йөҙлө, киң күңелле, донъяға нур һипкән Римма Мөхәррәм ҡыҙы менән 55 йылдан ашыу иңгә-иң терәп тормош юлынан ышаныслы атлай улар.


Шулай уҡ ошо көндәрҙә Ма­ҡар ауылы советы депутаттары ҡарары менән Исфар Фәтҡе­лислам улы Мөхәмәтовҡа Ма­ҡар ауылының почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем бирелде. Беҙ шундай яҡташыбыҙ менән ысын күңелдән ғорур­ланабыҙ!


Ишембай районы.
Читайте нас