Мәғлүм булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” төбәк проектына ярашлы, 2019 йылда Рудольф Нуриев урамының Салауат Юлаев проспектынан алып Академик Заварицкий урамына тиклемге участкаһында төҙөлөш барҙы. Быйыл да эш дауам итә. Подряд ойошмаһы тротуарҙарҙы, велосипед юлдарын төҙөкләндереү, автомобиль юлы янындағы биләмәләрҙе йәшелләндереү менән шөғөлләнәсәк. Эште 2020 йылдың икенсе кварталында тамамлау күҙаллана.