Йәмғиәт
1 Мая 2020, 18:20

Индираның теләге...

Үкенескә ҡаршы, ҡыҙҙың ғүмере иртә өҙөлгән, 27 йәшендә генә автоһәләкәткә осраған. Ә сит илдә әҙәм балаһының эске органдарын бүтән кешегә күсереп ултыртыу алымы киң таралған, һөҙөмтәлә...

Таксист Ранит Маһираның йонсоу йөҙөн тәүҙән үк шәйләгәйне. Һағышлы ҡараш, моңһоу күҙҙәр, ҡалтыранған тауыш... Егеттең ҡалалар араһына халыҡты ташыуына бер нисә йыл ғына булһа ла, бер ҡараш ташлауҙа уҡ пассажирҙың эске донъяһын белеү һәләтенә эйә. Кем әйтмешләй, яҡшы психолог.
Ғәҙәттә, кеше күп саҡта әллә ни төпкә төшөп әңгәмәләшеү мөмкин түгел, бүтәндәрҙән тартыныу тойғоһо еңә. Әле иһә башҡаларҙы урын-еренә ҡалдырғас, ҡатын менән иркенләп һөйләшеү форсаты сыҡты.
– Һеҙҙе ҡайҙа һелтәп китәйем? – тип хәбәрен шаяртып алыҫтан башланы Ранит.
– “Магнит” магазины янында ҡалдырһаң тигәйнем, былай Совет урамындағы 7-се йортта торам, – тине Маһира.
– Йөҙөгөҙҙән нур ҡасҡан, ауырыҡһынаһығыҙмы әллә?
– Сирләһәм, табиптар төҙәтер ине әле...
– Ә нимә булды һуң?
...Маһира Хәкимгә яратып кейәүгә сыҡҡан, бер нисә йылдан мөхәббәт емештәре донъяға килгән. Индира тип исем ҡушҡандар сабыйға. Бала бәләкәйҙән отҡор, сос, ныҡышмал булған, мәктәптә уҡыу алдынғыһы иҫәпләнгән. Юғары уҡыу йортона бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ингән. Сит тел өйрәнеүгә әүәҫ үҫмерҙең, ни өсөндөр, күңеле һәр ваҡыт сит илгә тартылған. Айырыуса Америка Ҡушма Штаттарын барып күрергә хыялланған, хатта шунда күпмелер ваҡыт йәшәргә лә теләгән.
"Балам һөҙөмтәлә океан аръяғына сығып та китте, – тип күҙ йәштәрен һөртә-һөртә хәбәрен дауам итә ҡатын. – Йәһәннәмдә ятҡан Америкала эш тапты, тәржемәсе булып йөрөнө".
АҠШ-та шундай үҙенсәлекле урын бар икән: дүрт штат киҫешкән ерҙә бер юлы баҫып торорға мөмкин. Быны теләгән һәр кем тормошҡа ашыра ала. Индира ҡуйын дәфтәренә теләктәр яҙыуҙы ғәҙәткә индергән, шул иҫәптән теге дүрт штатты күреүҙе лә теркәгән. Үкенескә күрә, ҡыҙҙың ғүмере иртә өҙөлгән, 27 йәшендә генә автоһәләкәткә осраған. Сит илдә, шулай уҡ Америка Ҡушма Штаттарында, әҙәм балаһының эске органдарын бүтән кешегә күсереп ултыртыу алымы киң таралған. Был осраҡта ла ғәзиз ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында Индираның иң һау һаналған бөйөрөн, йөрәген, бауырын һәм үпкәһен күсереп ултырталар... Трансплантацияға өмөт иткән кешеләр төрлөһө төрлө яҡта – дүрт штаттың дауаханаларында көтөп ятҡан булған.
"Берҙән-берем йәшәгән һәм һуңғы төйәген тапҡан яҡтан ҡайтып киләм..." – тине лә тынып ҡалды әсә...
Фото: goodfon.ru
Читайте нас