Йәмғиәт
1 Мая 2020, 07:00

Әсә кеше психик яҡтан һау булған...

Тик был бер йәшлек улын быуып үлтереүгә ҡамасауламай...

Былтыр августа булған ҡот осҡос хәлде хәтерләйһегеҙме? Дүртөйлө районындағы ауылдарҙың береһендә йәшәгән 29 йәшлек Юлиә исемле әсә таң менән бер йәшлек улы Тимур юғалды тип саң ҡаҡты. Полиция, ирекмәндәр һәм халыҡ баланы ике тәүлек эҙләгәндән һуң, таптылар. Кемдер баланы үлтереп өй артындағы тиреҫлеккә күмеп ҡуйғайны. Унан һуң иһә тағы ла ҡурҡынысараҡ яңылыҡ асыҡланды: быны баланың үҙ әсәһе эшләгәйне.
Үҙенең был ҡылығын әсә кеше “ашата алманым, уны ҡарарға аҡсам юҡ” тип аңлатҡайны. Бынан һуң тәфтишселәр уның психик һаулығында шикләнә башлап, ҡатынды экспертизаға психиатрия дауаханаһына ебәрҙе.
Әле асыҡланыуынса, ҡатын психик яҡтан һау булып сыҡты. Енәйәт эше тикшерелеп бөткән һәм ҡатынға яза биреү өсөн оҙаҡламай судҡа тапшырыласаҡ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас