Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһының үҙәк баҙарында Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында йәшәүсе эшҡыуарҙың сит илдә булып, үҙизоляция режимын үтәмәй, баҙарҙа ит һатыуы һәм унда коронавирус инфекцияһының асыҡланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Был хәлгә бәйле, Сибай баҙары үҙ эшен туҡтатты. Һөҙөмтәлә, баҙар бинаһына санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы, өс тапҡыр дезинфекция үткәрелде, шәхси һаҡланыу саралары булдырылды.
Майҙың тәүге йәкшәмбеһенән Сибай баҙары яңынан эшләй башлаясаҡ. Баҙар етәкселеге белдереүенсә, үҙ тауарын һатыуға тейешле документтары булған эшҡыуарҙарға сауҙа итергә рөхсәт ителәсәк. Һатыусыларҙың да, һатып алыусыларҙың да мотлаҡ битлектә, бирсәткәлә булыуы шарт. Иң мөһиме - барыһы ла һаҡланыу сараларын теүәл үтәгәндә, үҙ тауарҙарын тәҡдим итеүселәр һәм һатып алыусылар араһында бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ булмаясаҡ, ти баҙар етәкселеге.
Әйткәндәй, Сибай баҙарындағы хәл ҡала халҡы араһында Ковид-19 сирен таратыуға юл ҡуясаҡ, тип шау-шыу таратыусыларҙың алдан күҙаллауҙары, бәхеткә күрә, ысынбарлыҡҡа тап килмәне.