Әс-сәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр! Кисә хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы йорт янды. Уның хужабикәһе, иманлы милләттәшебеҙ Рәхилә апай бер ҡат кейем менән урамда тороп ҡалды.
Беҙҙең нурлы әхирәтебеҙ Ғәлиәгә, уның һөйөклө әсәһе Рәхилә апайға ярҙам итәйек! Һәр кем ҡулынан килгәнсә хәйер саҙаҡаларын бирергә мөмкинлек табыр тип ышанам. Был - беҙҙең берҙәмлеккә лә һынау!
Аллаға шөкөр, Рәхилә апай, уның ҡыҙҙары иҫән-һау ҡалған. Ураҙа айының фытыр саҙаҡаһын, зәкәт хәйерҙәрен уларға ебәрһәк, ошондай ҡазалы мәлдә ярҙам итһәк, Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өлгәшер инек.
Йорт янып бөтһә лә, бында ла Аллаһ Тәғәлә үҙенең хикмәтен күрһәткән: "Ҡөрьән Кәрим", дини китаптар янмай ҡалған. Бына ошо күренеш үҙе үк әҙәм балаларын нурлы китапҡа - Ҡөрьәнгә таянып, иманлы булып йәшәргә өндәй.
Аҡса күсереү өсөн карта номеры: 2202200442968366. Уға беркетелгән телефон - 89696160002 (Муртазина Галия Фаритовна).