Йәмғиәт
3 Мая 2020, 19:45

Ҡайҙа һин, Роберт?

Сит өлкә пенсионерҙары әйтеүенсә, Асҡын егете уларҙың өйөндә йылынып, ашап, ял итеп, тыуған ауылы Иҫке Күскилдегә юллана...

3 майҙа "Лиза Алерт" ойошмаһы ирекмәндәре 21 йәшлек Роберт Мөнировты эҙләүгә биреүҙәре тураһында хәбәр итте. Асҡын районы егете 29 апрелдә үк юғалған.
ГорОбзор.ру сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, Роберттың туғандары уның тәбиғәтте яратыуын, урманда йөрөргә, йүгерергә әүәҫ булыуын белдерә. Ул көн егет көндөҙгө сәғәт 12.00 тирәһендә урманға китә лә кире әйләнеп ҡайтмай. "Уның бындай ҡылығы беренсе тапҡыр, улай юғалып йөрөмәй торғайны. Көн һайын урманға барып спорт менән шөғөлләнеп, ике-өс сәғәттән кире ҡайтыр ине", - тип борсола яҡындары.

Һуңғы тапҡыр Робертты тыуған ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта - Пермь крайы Октябрьский районының Урмия ауылында күрәләр. Сит өлкәлә ул бер пенсионерҙарҙың йортона инә, улар әле әйтеүенсә, егет бик ныҡ тирләгән, өҫ кейеме еүешләнгән була. Өлкәндәр егеткә ярҙам ҡулы һуҙа, Роберт ул өйҙә йылынып, ашап, ял итеп, тыуған ауылы Иҫке Күскилдегә юллана. Был яҡынса 18.00 сәғәт тирәһендә була. Пенсионерҙар йоҡларға тәҡдим итһә лә, егет ауылына ҡайтырға сыға.

Үкенесле, әммә әлегә тиклем Роберттың ҡайҙалығы билдәһеҙ. Уны эҙләүгә ауылдаштары йәлеп ителгән. Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡсылары ла күрше ауылдарҙы йөрөп сыҡҡан.

"Йыраҡҡа китергә уның аҡсаһы юҡ. Дуҫтары ла бер нәмә белмәй. Урманды тотош эҙләнек, Башҡортостан менән Пермь крайы сигендә лә булдыҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән полиция хеҙмәткәрҙәре лә эҙләй. Уның бит шырпыһы ла, ризығы ла, бысаҡ менән балтаһы ла юҡ. Ә урманда ҡурҡыныс, айыу-бүре тулы", - тип ҡайғыра туғандары.

Роберттың буйы 175 см, мыҡты кәүҙәле, сәсе ҡара-һорғолт төҫтә, күҙҙәре зәңгәр. Ҡара төҫтәге ҡышҡы куртка, спорт трикоһы, резина итек, бәйләнгән ҡара төҫтәге шапка кейгәне билдәле.

Егеткә бәйле һәр төрлө мәғлүмәтте 8-800-700-54-52, 112 йәки 89174185213 (Арина) телефондарына еткереүегеҙ һорала.

Фото: proufu.ru
Читайте нас