"Профессиональ сәхнәгә сыҡҡансы, шаҡтай тормош мәктәбен үтергә тура килде. Хоҙай бик күп һынауҙар бирҙе, әммә ул уларҙы яратҡан балама бирәм, тигән.
Һәр ваҡыт тулы залдар йыям, мин инде нисә йылдар сәхнәлә. Был артист өсөн иҫ киткес ҙур бәхет.
Тыуған яҡтарыңда үлергә ине. Тик мине Ҡазанда күмергә кәрәк. Ҡазандағы кеүек мине бер ҡайҙа ла яратмайҙар.
Ҡунаҡсыллыҡ – ул минең бала саҡ ғәҙәтем, беҙҙең ауыл йортонда хатта сиғандар ҙа туҡтап торҙо. Атайым уларҙы ҡунаҡа өндәште, ә әсәйем уның һүҙенән сыҡманы.
Был хәл туғыҙынсы синыфта булғандыр, моғайын: иптәшем Венера менән бәрәңге таҙартып ултырабыҙ, танылған артистар булыуыбыҙ һәм йылдар уҙғас тыуған ауылыбыҙға әйләнеп ҡайтыуыбыҙ тураһында хыялланабыҙ. Бына шулай урам буйлап барам: күҙ яуын алырлыҡ матур күлдәктән, ә башымда – эре бөҙрәле прическа... Һәм бөтә ауыл миңә һоҡланып ҡарай! Барыһы ла тормошҡа ашты... Прическанан ҡала... оҙон бөҙрә сәсем генә юҡ минең.
Мин башҡаларҙан айырылыбыраҡ торҙом. Холҡом да ҡырағайыраҡ ине. Унынсы синыфты тамамлауға тура Мәскәүгә йүнәлдем – инәйем янына. Ул саҡта йәш ине әле ул. Аҙаҡ инәйемдең ярҙамын бик күп күрҙем. Мәскәүгә барып, туҡыусы һөнәрен үҙләштерергә булдым.
Сочиларға барғаным бар, ләкин яратмайым. Аҙаҡ миңә ҡояш ярамай. Шул Ғәбделхәйҙәр ауылындағы ялдан да рәхәте юҡ. Мин унда рәхәтләнеп килен булып йөрөйөм.
Иремде, ҡыҙҙарым Әлиә менән Алһыуҙы, ата-әсәйемде, туған халҡымды яратам.
Картанан юғалған туған ауылымда Батырҙар заты тигән нәҫел тамырҙарым ҡалды. Мин шул ауылдың нигеҙен дә яратам. Мин шулар өсөн йырлайым. Тамашасым өсөн йырлайым.
Үҙ йәшемде яратам. Мин йылдар уҙған һайын йәшәүгә һөйөнөп йәшәй торған кешеләрҙең береһе.
Теҙләнгән ваҡыттар күп булды минең, теҙҙән баҫып, башымды ғорур күтәреп, тағы бер баҫҡысҡа күтәрелдем.
Мин артҡа боролоп ҡарай торған кеше, ләкин артҡа ҡарағас, һәйбәт ваҡиғаларҙы ғына иҫкә алам.
Яратыу мәғәнәле булырға тейеш. Уның янында ҙур хөрмәт йәнәшә барырға тейеш.
Ғәбделхәй минән ете йәшкә олораҡ. Ҡайһыбыҙҙы алдан оҙатырға тура килһә лә, ҡалғанына был бик ауыр булыр. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә күҙҙәрем йәш менән тула.
Үзеңде кәмһетеп йәшәргә кәрәк түгел. Ҡатын-ҡыҙ үҙ баһаһын, үҙ матурлығын, үҙ урынын, үҙенең аҡыллылығын белеп йәшәргә тейеш. Ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙен ҡарамаһа, ир ситкә китә ул. Ир ҡатын-ҡыҙ янында ир булып ҡалырға тейеш.
Ғәфү итергә кәрәк! Юҡтан ғына айырылған ғаиләләр бар, был – ғүмергә төҙәлмәҫлек яңылышлыҡ.
Эстрада – мәрхәмәтһеҙ урын, ожмах урыны ла. Яратһаң – түҙергә кәрәк.
Артисҡа йоҡо ла, дөрөҫ ашау ҙа мөһим, әммә иң мөһиме – күңелеңдә гармония булырға тейеш.
Бәхетле яҙмышлы йырсы мин".