Был ҡош-ҡорт өсөн айырым рацион талап ителмәй: башҡа тауыҡтар кеүек ашай, шулай ҙа бойҙайҙы парландырып, йәғни бер аҙ һыуҙа бүрттереп биреү күпкә файҙалы. Өҫтәүенә һөт һәм эремсекте лә яраталар. Өҫтәлдә төҫлө йомортҡалар урын алһа, ашауы ла күңелле, кәйеф тә күтәренке - шулаймы?