Йәмғиәт
5 Мая 2020, 17:30

"Башҡа сәхнәгә сығырға йыйынмайым"

Заманында күп ҡыҙҙарҙың күңелен әсир иткән яҡташыбыҙ, йырсы Андрей Губиндың фотоһы күптәрҙе аптыратҡан.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәй эстрадаһында бик популяр йырсы булған яҡташыбыҙ Андрей Губинды күптәр иҫләйҙер. Дәртле йырҙары, ҡупшылығы менән күп ҡыҙҙарҙың күңелен яулаған Өфө егете тиҫтәнән ашыу йыл самаһы элек сәхнәнән ҡапыл юғалды.
"Милая моя далеко", "Девушки как звезды", "Зима, холода" хиттары менән популярлыҡ яулаған йырсыға ауыр нервы сире диагнозы ҡуйғайнылар. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр уның сәхнәгә яңынан сығырына өмөтөн әле лә өҙмәй көтә.
Ошо көндәрҙә йырсының Инстаграмдағы фанаттар аккаунтында яңы фотоһы баҫылды. Уны селтәргә Ульяна Каракоз һалған. Фотола, ауырыу сәбплелер, ҡартайған, йонсоған Андрейҙы күреп, фанаттарының күңеле төштө. "Уға бит бары 46 ғына йәш, бик ҡыҙғаныс күренә", "Нимә булған уның менән!" кеүек комментарийҙар яҙғандар. Әммә "Кешеләр, мәрхәмәтлерәк булығыҙ әле! Йәшлек мәңгелек түгел инде, кеше ҡартая, төрлө йәштә лә һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә өйрәнергә кәрәк" тигәндәр ҙә бар.

Бер нигә ҡарамаҫтан, Андрей Губин фанаттары өсөн иң яҡшыһы булыуҙан туҡтамаған. Ул сәнғәттән бөтөнләйгә йыраҡлашмаған да икән: Жанна Фриске, Юлия Бретт кеүек йырсыларға йыр яҙған. Шулай ҙа киләсәктә сәхнәгә кире сығырға йыйынмауын белдергән ул.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас