Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Сергей Ширинкин "Өләсәйем һөйләгәйне" тип аталған яңы проект ойошторған. Башланғыс "Йылдарым - алтындарым" оло йәштәгеләр клубы менән берлектә,"Белем" Рәсәй йәмғиәте төбәк бүлексәһе тарафынан тормошҡа ашырыла.
Осрашыуҙар көҙгөһөн ойошторолор тип күҙаллана, унда мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең өләсәйҙәре тураһында бәйән итеп, ни өсөн уларҙы яратыуҙары, ғорурланыуҙары тураһында һөйләр һәм уларҙың кәңәштәре тормошта нисек ярҙам итеүен билдәләр тип көтөлә.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа "Өләсәйем кәңәштәре" тип исемләнгән брошюра алып ҡыуанасаҡ. Проектҡа үҫмерҙәр менән бүлешерҙәй тормош тәжрибәһе булған оло йәштәге ҡатындар саҡырыла, уларҙың һөйләгән, өйрәткәндәре ошо брошюрала теркәләсәк.
"Тыуған илгә, яҡындарыңа ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә, ғаилә ҡороуҙа, донъя көтөүҙә мөһим булған, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтеү кеүек фәһемле кәңәштәр бирергә була унда. Шулай уҡ йәштәр белергә тейешле нәҫерҙәр, риүәйәттәр һөйләү, үҙегеҙҙең өләсәйҙәрҙән ишетеп ҡалған, бөгөн дә көнүҙәк булған йолаларҙы өйрәтеү мөмкин. Ҡыҫҡаһы, йәш быуынға әйтеп-өйрәтеп ҡалдырыр һүҙегеҙ булһа, проектҡа рәхим итегеҙ!" - ти Сергей Ширинкин.
Унда ҡатнашыу өсөн үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт-хикәйәтте 2020 йылдың 1 июленә тиклем znanierb1@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Исем шәрифегеҙҙе, йәшәгән урынығыҙҙы тулыһынса күрһәтеүегеҙ һорала. Бәйләнеш өсөн телефон, электрон адресығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Ойоштороусы Сергей Ширинкиндың телефоны: 89273038044.