Йәмғиәт
6 Мая 2020, 14:00

"Тауышланмағыҙ!" тигәнгә генә...

Учалы районы кешеһе йоҡларға ята. Әммә төн уртаһында күрше фатирҙан ишетелгән тауыштар уны уята.

Учалы районының полиция бүлегенә 36 йәшлек ир ғариза менән мөрәжәғәт итә. Зыян күреүсенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ике ир уның йортона баҫып килеп инә һәм уны ҡаты итеп туҡмай. Ә енәйәт урынынан ҡасыр алдынан хужаның ҡиммәтле смартфонын, 500 һум аҡсаһын тартып алалар.

Хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға ала. Уларҙың 32 һәм 35 йәшлек урындағы ир-ат булыуы асыҡлана. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүселәрҙә смартфонды таба. Ике әҙәм аҡтығы ғәйептәрен тулыһынса таный. Талау, туҡмау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баҡһаң, Учалы районы кешеһе йоҡларға ята. Әммә төн уртаһында күрше фатирҙан ишетелгән тауыштар уны уята. Ир күршеләрҙең тынлыҡты боҙмауын үтенә. Тик иҫерткес эсемлек ҡулланған күршеһе һәм уның иҫерек танышы төнгө ҡунаҡтың үтенесенә ҡолаҡ һалыу урынға уны ҡаты итеп туҡмай. Һуңынан зыян күреүсенең фатирына инеп, смартфонға, аҡсаһына айыу майы һөртәләр.


Фото: Kurgan.bezformata.com
Читайте нас