Әлегә беҙ коронавирус инфекцияһы тотҡононда: уға бәйле хәлдең тотош донъяны дер һелкеткәнен, кешеләрҙе тормош рәүешенә генә түгел, йәшәйеш ҡиммәттәренә лә башҡа күҙлектән ҡарарға мәжбүр иткәнен күреп торабыҙ.
Әлегә бәләнән ҡотолоу өсөн дарыу ҙа, вакцина ла юҡ, фәҡәт беҙҙең иңгә ятҡан яуаплылыҡ ҡына бар. Бының өсөн иң ябай талаптарҙы үтәү фарыз. Мәҫәлән, берҙәмлек һәм хәстәр өсөн эргәлә булыу мөһим түгел. Был төшөнсә нимәне аңлата?
Әлеге ваҡытта беҙ, үҙизоляциялау режимында булғанға күрә, яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ янына барыуҙан тыйылып торабыҙ. Әммә заман мөмкинлектәре улар менән телефон йә видеобәйләнеш аша хәбәрләшеп торорға, курьер хеҙмәте тормош кәрәк-яраҡтарын алып барып еткерергә ярҙам итә. Йылы һүҙ, бер-беребеҙҙе аңлау, ошо ауыр осорҙа рухи терәк булыу – бына ошо ғәмәлдәр мөһим бөгөн.
Ҡатмарлы мәлдә табиптарҙың хәле хаҡында ла уйланығыҙ әле: улар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн үҙҙәренең сәләмәтлеген һәм ғүмерен аямай алғы һыҙыҡта, коронавирус менән көрәштең уртаһында ҡайнай...
Ирекмәндәрҙең хеҙмәтен дә баһалау мөһим: улар ҙа бер нимәгә ҡарамаҫтан, оло йәштәгеләргә, мохтаждарға ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер. Иң мөһиме – инфекция таралмаһын һәм ҡорбандар һаны артмаһын өсөн аҙ ғына түҙергә, өйҙә торорға кәрәк. Шуны онотмаһағыҙ ине.
Әлеге ваҡытта аяуһыҙ сирҙе туҡтатыуҙың төп юлы – аралашыуҙарҙы сикләү, ҡурсаланыу режимын һаҡлау. Көндәр йылыныу менән, әлбиттә, һәммәбеҙҙең тышҡа сығаһы, аралашаһы, иркенләп йөрөгөһө килә. Әммә әлегә был ғәмәл үтә хәүефле.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш пульмонологы, медицина фәндәре докторы, профессор Сергей Авдеев был хаҡта бына нимә ти: “Ҡурсаланыу иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, коронавирус йоҡтороусылар һаны арта: тәүлегенә меңдәрсә кеше! Май байрамында үҙизоляциялауҙы һаҡлау беҙгә ауырыуҙың тиҙ таралыуын сикләргә, медицина ресурстарын тигеҙ һәм планға ярашлы тотонорға ярҙам итәсәк”.
Йәшерене юҡ: күптәр өйҙә оҙайлы ваҡыт ултырып арыны һәм хатта коронавирус барлығына шикләнә башланы. Әммә был – ҙур хата! Был сир бик алама, ул ҡәҙимге респиратор инфекцияларынан айырыла һәм кешене тиҙ арала юҡҡа сығарыуы ихтимал. Был хаҡта коронавирус инфекцияһын кисергән кешеләр ҙә белдерә.
Мәҫәлән, пациент В. әйтеүенсә, уның тән температураһы тәүҙә 38-гә тиклем күтәрелгән, унан 40 самаһына еткән, бер нисек тә төшөрөп булмаған... Дауаханала В.-ны үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар.
“Был – ҡот осҡос осор. Коронавирус – үтә хәүефле, мәкерле сир. Табиптарға рәхмәт: ғүмеремде ҡотҡарып алып ҡалдылар. Әммә башҡаларға еткерәһем килә: үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, үҙизоляциялау режимын боҙмағыҙ. Был фәҡәт дөйөм хәүефһеҙлек өсөн!” – ти үлем тырнағынан ҡотолған пациент.
Ҡурсаланыу режимын һаҡлау ни тиклем мөһим икәнлеген ил Президенты Владимир Путин да Рәсәй халҡына мөрәжәғәт иткәндә телгә алды, әгәр ҙә бәғзе кешеләр шәхси иркен башҡаларҙың хәүефһеҙлегенән юғарыраҡ ҡуя икән, тимәк, башҡаларҙың ғүмеренә хәүеф менән янай, тине. Был осраҡта ирек яуапһыҙлыҡҡа әүерелә. Шуға күрә, йәмәғәт, тағы аҙ ғына сабыр итәйек, бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ, коронавирустың ҡорбандары рәтен артабан тулыландырыуға юл ҡуймайыҡ.