Эштән бушатылып, унда-бында һуғылып оҙаҡ ҡына йөрөй торғас, һис уйламағанда, ҙур бер сәнәғәт предриятиеһының хужаһы итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар Айбәк Ирлан улы Айзановты. Элегерәк, “йөнтәҫ ҡуллылар” ярҙамында еңдәренән тартып өҫкә сығарғандарҙы күреп, яйы тура килгән һайын, ҡайҙа, кем менән һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, тәнҡит утына тота торғайны ундайҙарҙы. Ә бөгөн хәле башҡаса: үҙе баш, үҙе түш — ышанырғамы-юҡмы? Сәнскеле ҡараштар ҙа уҡ кеүек ҡаҙала төрлө яҡтан, әллә нисек уңайһыҙ ҙа һымаҡ. Шулай ҙа башын юғары күтәреп, хәл-торошона кинәнеп, икенсе төрлөрәк — һәлмәк баҫып, кәрәклеләренә ҡул биреп, тегеләй-былайҙарына баш ҡағып, кемделер күрмәмешкә һалышып, үҙен ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп тороусылар эргәһенән ышаныслы һәм эшлекле төҫ менән уҙып китте Айбәк. Хатта ки “төн сыҡҡансы үҙгәргән” тигән тауыш ишетелеп ҡалған һымаҡ булды ҡолағына.
Кабинетына инеп ултырҙы ла айырыуса етди тауыш менән телефон аша урынбаҫарҙарының һәр береһенә: “Ҡул аҫтында эшләгән белгестәрегеҙ тураһында мәғлүмәт алып килегеҙ”, – тип тәүге бойороғон бирҙе. Шунда уҡ, ҡаршыһындағы шкафтың көҙгөләй ялтыраған ҙур өлгөһөнә ҡарап, үҙенә күҙ һирпеп алды ла: “Ә ниңә, шатланмаҫлыҡмы ни? Кемгә тейә бындай төшөмлө урын?! Прощай, үткәнем, ҡайтма миңә әйләнеп мәңгегә!” – тигән уйҙарынан ҡәнәғәтләнеү шауҡымында, телефон төймәләрен баҫҡыслап, эҙләй ҙә башланы кәрәк кешеһен.
Уныһы оҙаҡ көттөрмәй, үҙе үк шылтыратты. Һөйәркәһенең татлы һүҙҙәре ҡолағын иркәләне: “Ҡотлайым, йөрәккәйем! Ҡасып-боҫоп осрашыуҙар артта ҡалыр, эргәңдә генә уралырмын, тоғро хеҙмәтсең булырмын...” Йәнә өҫтәп ҡуйҙы: “Һис шикһеҙ, секретарь урыны минеке, шулай бит, Айбәгем...” Мейеһенең һәр күҙәнәгенә зиһен түгел, ә Сәфинәһе инде лә ултырҙы. Илерткес һүҙҙәре күңелен бәүетте лә ойотто. Һөҙөмтәлә берәүҙе лә күрмәне лә, ишетмәне лә. Әйтерһең дә, улар икеһе бергә уҡмашҡан хисле, ҡуш йәнле бер бөтөн. Ошолай итеп күпме ултырғандыр – билдәһеҙ.
Шул саҡ кабинетына бер туған һеңлеһе килеп инде лә һорауҙар менән күмде:
— Ағай, әлдә һин бар был донъяла, кейәүең эшһеҙ йөрөй, онотаһы булма.
Ағаһы мәңге түрә булған һымаҡ:
— Ағай, ундай эште башта уҡ теүәлләп ҡуялар, һуңынан булмай ул...
— Ағай, ал инде кейәүеңде эшкә, үҙең беләһең бит хәлен.
— Хәҙер уның ҡара һаҡалы алдан йөрөр инде.
— Берәү пенсияға китергә тейеш, әгәр ул урынын бушатһа...
Һеңлеһе ярһып-ярһып һөйләүен дауам итергә уйлағайны, уны ишектән пуля һымаҡ атылып килеп ингән ире Хөснизан бүлдерҙе:
— О-о-о! Три в одном: дуҫ, курсташ, ҡайнаға. Былай булғас, беҙҙең урамда ла байрам...
Иренең һөйләп бөткәнен дә көтмәйенсә, һеңлеһе, тупаҫ тауыш менән сарғаҡланып: “Анау баш бухгалтерҙы пенсияға ебәрергә кәрәк...” — тине.
— Башта күрәйем... уны... — тип башлағайны.
— Урыны кейәүең Хөснизанға булһа, үҙемә эш кәрәкмәҫ... — тип татылданы.
Тап ошо минуттарҙа секретарь бүлмәһендә ысынтылап тауыш — ғауға ғәрәсәте ҡупты. Әйтерһең дә, был донъяла Сәфинәнән башҡа кеше юҡ... Хәс тә ерҙең кендеге уның ҡулында. Секретарь алдында, күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп, яҡшы аттай уйнаҡлап, бер урында баҫып тора алмай: “Айбәк Ирлан улы үҙе саҡырҙы, мин ашығам”, — тип керергә ынтылды. Секретарь ҡырт киҫте: “Рөхсәт юҡ, ана, күпме кеше сиратта”.
— Бәй, улар мин түгел, көт-һөн-дәр! — тине лә, тирбәлдерә баҫып, хужа янына инде лә китте Сәфинә. Гөж килеп ҡалды сираттағылар. Кабинет һөйәркәһенең көр тауышына тулды: “Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, ғүмер буйы теләгәнемде алдыма килтереп баҫтырҙы миһырбанлы донъя! Ай... был фанилыҡтың аҡыллылығы...”
Аяғүрә тороп ҡаршы алырға уйлағайны Сәфинәһен, кинәт күңелендә әллә нисәмә уй, йөҙҙәрсә шик-шөбһә йәнен өттө, тулҡынланыуынан ни әйтергә белмәй, башы әйләнеп, кире сумды креслоһына Айбәк Ирлан улы. Нисә тапҡыр был йәшерен һөйөүҙән баш тартырға уйланы ул. Эсе лә, тышы ла ҡояш һымаҡ балҡып торған донъяһы, күҙ алмаһылай ҡәҙерле балаларының әсәһе күҙ алдына баҫты... Ах, ярамаҫ ине! Был турала Сәфинәгө асыҡтан-асыҡ әйтергә лә теләне, хатта бер нисә тапҡыр һүҙен башлап та ҡарағайны, тик үҙен күрһә, теле әйләнмәй баҙай ҙа ҡуя шул...
...Һөйәренең тәрән уйға сумғанын һиҙеп, берсә саяланып, берсә наҙланып, ҡулындағы сәғәтенә ҡараны ла: “Төш мәле, бер кинәнеп, уйһыҙ-ғәмһеҙ, үҙебеҙсә ожмах ойоштороп алайыҡ әле”, — тип, алып килгән күстәнәстәрен сумкаһынан сығарып, өҫтәлгә теҙә башланы Сәфинә. Тап шул мәлдә, өҫтәлде күтәреп алып китерҙәй көслө телефон тауышы һағайтты был икәүҙе. Телефондың теге осонан хәләленең: “Ашым әҙер, оҙаҡланың, тиҙерәк ҡайт... мәктәптән балаларҙы ҡаршылайһым бар...” — тигән тауышы ишетелде. Был яҡтан Айбәк Ирлан улы: “Эш күп, ваҡытым юҡ”, — тип яуапланы. Тормошонда мәңге бойомға ашмаҫтай вазифаны эләктергәс, бөгөн ул бөтәһенән дә өҫтөн, көслө, ғәйрәтле. Хатта ки, әле тулыһынса таныш булмаған предприятие коллективы ла һәр ваҡыт үҙенә бер һүҙһеҙ буйһонор кеүек тойолдо уға ошо минуттарҙа...
Секретарь өҫтәле сәхнәме?!
Бер нисә көн уҙғас, урынбаҫарҙары менән кәңәшләшкәндән һуң, ағай-эне, яҡындарының үтенестәрен иҫенә төшөрҙө Айбәк, сөнки ошо урынға мендереп ултыртыусыларға хаҡ түләйһе бар ине... Уны үтәү еңелдән үк булмаһа ла, вәғәҙә — иман.
Башта Сәфинәне үҙе эргәһенә урынлаштырыу өсөн, эш көнө тамамланыуға бер сәғәт самаһы ҡалып килгәндә, саҡыртты элекке секретарҙы. Йәтеш кенә, уңайлы итеп, күңелен ҡырмай, хужаларса үҙ фекерен әйтергә көйләнгәйне — барып сыҡманы ни өсөндөр. Йөҙөнә туп-тура бәреп: “Заман башҡа — заң башҡа, йәштәргә эйәреп эшләй алмайһығыҙ, һеҙгә эш урынын ҡалдырырға тура килер”, — тине лә ҡуйҙы. Бына һиңә мә... Һөйләшә белмәүеме, әллә тәүге көндән үк хаттин ашып, хужаларса ҡыланыуымы, әллә әлеге биләмәһендә үҙ шәхси законын булдырыуымы?! Теленең ни һөйләгәнен һиҙмәй ҡалды үҙе лә.
Секретарь ҡаршылашманы: өнөн-тынын сығарманы, миңә әле ҡырҡ та юҡ, тип илап та ултырманы. Ипле генә, мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, тигәндәй, “ярар”ҙы һалдырып, текә баҫып, күҙ асып йомған арала кабинеттан юҡ булды. “Былай еңел хәл ителә торған булһа, әллә күпме туған-тыумасама, яҡындарыма эш урыны табып бирәсәкмен дә баһа. Теләһәм, булмағанды булдыра алам икән... Вәт, әй. Башыма гонаһ та алманым”, — тип уйлап, артабан ҡыҙып китеп, юғары һүҙҙәр артына ышыҡанып, төптө ғәйепһеҙ бер нисә кешене эшенән ҡыҫҡартты. Имеш, көрсөккә бәйле юғарынан күрһәтмә бар: предприятие бер-береһен ҡабатлаған хеҙмәткәрҙәр менән өҫтө-өҫтөнә нышып тултырылған, шуға күрә кемдәр донъя кимәлендәге юғары технологияларҙы яҡшы белмәй, эш урынында йыйнаҡ һәм мобиль түгел — барыһы ла ҡыҫҡартыла.
Йәнәһе, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, бер төптән, бер йүнәлештә, уңышлы эшләй торған коллектив төҙөйәсәк... Һәр бер ҡыҫҡартҡан кешеһе алдында бер үк телмәрҙе ышаныслы итеп, кинәнеп һөйләне Айбәк Ирлан улы.
Шунда уҡ шәплеген белгертеп, үткәнде емереп, яңыны төҙөгән кешеләй, Сәфинәһенә шылтыратып ебәрҙе: “Ихлас тырыштым һинең өсөн, иртәгә үк эшкә кил...” ...Һөйәркәһе ҡәерле ҡунаҡтан да былайыраҡ булып килеп ултырҙы эш өҫтәле артына. Әйтерһең дә, күктең етенсе ҡатындағы ожмахта ул.
...Сәфинәгә секретарь урыны һәр уйлаған уйын бойомға ашырыр баҫҡыс булып күренде. Әлегәсә коллективҡа бөтөнләй таныш булмаған “Тишек нәфсе муҡсайы”ның мин-минлеге күҙ менән ҡаш араһында ғына торғанлығын кем белгән... Тәүге көндәрҙән үк етәксенән ҡала икенсе кеше итеп танытты ул үҙен. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә предприятиеның хәл-торошон өйрәнеп, кемде эштә ҡалдырырға, кемде алырға, үҙ файҙаһына кем менән ҡайҙа, нисек һөйләшергә — яҙып уҡ ҡуйҙы блокнотына хатта. Барыһын да барлап сыҡҡас, эх, үҙемдә баш, тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Сәфинә. Шунда уҡ ян-яғына ҡаранып: “Юҡ, юҡ, был хаҡта Айбәк Ирлан улы ишетеп кенә ҡалмаһын”, — тигән уйын бикләне үҙенә...
Сибәркәйҙең матур күҙҙәрендә ҡурҡыу шәүләһе хасил булды ла ҡулы менән үҙ ауыҙын баҫты. Кем тормошта үткер, батыр, сая, бер кем алдында баҙап ҡалмай, шул уңыштың ялынан ебәрмәй, тип өйрәткәйне әсәһе ҡасандыр. Йылдар аша бирелгән һабаҡ тауышы бөгөн дә көслөрәк яңғырай һәм табыштарға илтә кеүек Сәфинәне. Секретарь өҫтәле, әйтерһең дә, уның өсөн сәхнә: һәр йылмайыулы ҡарашы, һүҙе, ым-ишараһы, төҫ-башы, буй-һыны инеп-сығып, килеп-китеп тороусылар өсөн албырғатҡыс бер тамаша. Бигерәк тә эш һорап килеүселәр менән эс-бауырҙарына үтеп инеп һөйләшә. Бер көн Айбәк Ирлан улының кейәүе Хөснизан Зарпиев, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, туп-тура хужаның ишегенә табан атланы. Сәфинә таҫмалай телен эшкә ҡушты:
— Хужа оперативка үткәрә, яра-май!.. Ни йом-о-о-о-ш?
— Баш бухгалтер хаҡлы ялға китергә тейеш ине...
Йәнә секретарға ҡарамайынса, теш араһынан:
— Бөгөн билдәле буласаҡ, ти ине Айбәк Ирлан улы.
— Ай-һай, мине күрергә килгәнһеңдер...
— Анттар әйтеп ҡотолғайным... теге саҡта...
— Ярай әле... Юғиһә икебеҙҙе лә...
Сәфинә бер тигеҙ һалҡынса тауыш менән:
— Аш та йотаһың, таш та йотаһың инде. Арҡаланыр түрәбеҙ уртаҡ: минең үҙ кешем, ә һинең ҡайнағаң... Мәлде ҡулдан ысҡын-дыр-ма-йыҡ... Бел, был ҡалъялы, мул урын...
Сәфинәнең һәр һүҙе Хөснизандың алҡымынан алды. “...Бер нисә ай ғына үткән бит теге ваҡиғаға ла. Мең хатамдан бер һабаҡ алырға кәрәк тә һуң... Ах, ниндәй оятһыҙ мин... Икенсегә тырма тешенә баҫыр хәлем юҡ... Донъяла иң кәрәк, иң әшәке, бысраҡ нәмә — аҡса... Аяныс хәлемдән дә әлеге-баяғы шул аҡса ярҙамында ҡотолоп ҡалғайным бит...” — Хөснизан Зарпиев үҙ уйҙарынан арынып, үткәне өсөн, әйтерһең дә, бер Сәфинә ғәйепле, тик үҙе түгел һәм барлыҡ ихтыяр көсөн йыйып:
— Ниңә килдең бында тағы? — тип йән асыуы менән ҡысҡырып ебәрҙе.
— Бел: бик елле эш урындарына мин хужа. Тыңламаһаң — хуш.
— Ишет: был осраҡта түгел, — тине Хөснизан, әйләнеп тә ҡарамайынса Сәфинәгә.
— Һе... ҡайнағаң да аҡса тәмен бик белә... Кисеүҙә аттарҙы алыштырмайҙар, мин шуға ғына. Һине... — Шул саҡ секретарға хужаһынан телефон аша бойороҡ яңғыраны. — ...Хәҙер, хәҙер... саҡыртам баш бухгалтерҙы, — тип ҡыуанысын йәшермәй сутылданы Сәфинә.
Сараһыҙҙан яҙылған ғариза
Күп тә үтмәй, кәйефһеҙ генә, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, кабинет тотҡаһын тотто баш бухгалтер. Ингәс тә, ҡәҙимгесә тыйнаҡ ҡына һаулашты. Ни тиһәң дә, тыумыштан ғәрип булғас, элегерәк кәмһенә ине кеше араһында. Олоғая төшкәс, ваҡыт юйҙы ундай холоҡ-ғәҙәттәрен. Хәҙер ул да ҡыйыу. Тик яңы түрә менән күҙмә-күҙ осрашыу былай уҡ боролош алыр тип уйламағайны ул. Айбәк Ирлан улы, уратып-суратып тормай, туп-тура ҡарап, аныҡ эшкә күсте:
— Йыл йомғаҡтары үҙ ваҡытында тапшырылыуы маҡтауға лайыҡ, әммә ысынбарлыҡ менән тап килмәй... Ялған. Өрөп тултырылған.
Баш бухгалтерҙың ғәжәпләнеүенән түңәрәк йөҙө ҡапыл ҡыҙарҙы, әммә үҙен тотто, ҡаушауын белдермәҫкә тырышып, башын сайҡап:
— Тәҡдимем шул: эш урынын бушатһағыҙ, кәрәк булмаҫ законы ла, башҡаһы ла.
— Һеҙ, нисек... шулай?.. Дөрөҫлөктө иҫбат итәсәкмен.
— Улайһа, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ.
Бына шулай бик күңелһеҙ тамамланды һөйләшеү. Баш бухгалтер Айбәк Ирлан улының кабинетынан сыҡҡас, Сәфинә уның янына килеп: “Һеҙҙең отчет ҡот осҡос енәйәткә тиң, уны ҡат-ҡат тикшерҙеләр. Өҫтәүенә, уҙған йылдарҙыҡы... Иң ҡулай юлды күрһәтте хужа: урынығыҙҙы бушатыу хәйерлерәк булыр, минеңсә”, — тине.
Баш бухгалтерҙың башына күҫәк менән һуҡтылармы ни, шаңҡып, секретарға ла, уның эргәһендә өйөрөлөп торған кешеләргә лә күтәрелеп ҡарамайынса, шым ғына сығып китте үҙ юлына...
Көн дә эш урыны һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе һанай китһәң, бер нисә тиҫтәнән ашыу. Әммә уларҙың береһенә лә иғтибар бирмәне Сәфинә. Әйтерһең, уның ҡулында ат башындай алтын. Килеп эләккән элекке әшнәләшен ҡулдан ысҡындырмау ине уйында. “...Үткән хаталарыбыҙҙы ҡабатламаһаҡ, етеш тормошта, донъя ҡәҙерен белеп, ожмахтағы һымаҡ көн итербеҙ тағы ла... Тик үҙебеҙҙе аҡтан-аҡ, пактан-пак итеп күрһәтергә генә кәрәк башҡаларға...” Татлы хыялдарынан арына алмай аҙапланғанда, эш сәғәтенең һуңғы минуттары яҡынлаша ине. Килем-төшөм тураһында уйлағанда, иҫ киткес, аңлатып булмаҫлыҡ кинәнес солғап ала Сәфинәне. Был юлы ла үҙенең теләген белгертер өсөн хужаһының кабинетына инеп юғалды... Ғәҙәттәгесә, төп ролен йән иреткес һүҙҙәр менән башланы: “Айбәгем, һинән башҡа миңә бер ни ҙә кәрәк түгел, хатта бөтөн донъя ла, ғүмерҙең үҙе лә... ...Һинең өсөн генә яратҡан ризыҡтарыңды әҙерләп алып киләм бит мин... Бына быныһын тәмләп ҡарайыҡ, әлбиттә, коньякһыҙ шыумаҫ”, — тип теле-телгә йоҡмай тәтелдәне. Ике-өс рюмканан һуң, ары-бире ҡапҡылап, ҡайтыу яғына юлланырмын тигәненсә, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәй ҡалды һөйәре.
Артабан хужаһының ҡыҙмаса була башлағанын һиҙеп, йәнә тутыйғоштай һайраны Сәфинә: “Тормоштоң тәмен татыр өсөн, ҡәҙерен белергә кәрәк, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулдарында форсат бар, ә улар уны аңламайҙар ҙа, ҡуллана ла белмәйҙәр. Һәр нәмәнең үҙ мәле. Ишелеп килгән премиялар менән эш итергә кейәүең Хөснизанды ҡуш, башы ла инопланетяниндыҡы һымаҡ өйрөлөп-сөйрөлөп тора төрлө яҡҡа, ҡул арты ла еңел...”
Айбәк Ирлан улы: “Ваҡытты а-шыҡ-тыр-ма”, — тине. Һөйәркәһе, борғаланып, һырпаланып, йәнә: “Бөтәбеҙ ҙә һәр бойороғоңдо бер төптән үтәргә ашҡынып торғанда, үҙ баһаңды белеп эш ит”, — тип тәтелдәне. Айбәк: “Теге бухгалтерҙың тиреһе ҡалы-ы-ы-н, риза-лаш-ма-ны”, — тине. Сәфинә: “Онотма: минең төп һөнәрем — психолог. Ундай эштәргә әүәҫлегем дә, тәжрибәм дә етерлек. Ҡалдыр тешең үтмәҫтәйен миңә...” — тип көлдө. Тегенеһе ризалығын белгертеп: “Булдыра алһаң, әйҙә, психолог...” — тип ҡуйҙы.
Иртәгәһенә үк баш бухгалтерҙы саҡыртты Сәфинә. Бер төн эсендә ҡобараһы осоп, мәлйерәп, һурығып ҡалған кәйефһеҙ оло ханымға:
— Фекерегеҙ үҙгәрҙеме? — тип һораны.
— Нисек бар шулай ҡалды, — тине, эске борсолоу ҡатыш, сәйерһенеп.
– Өс тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүеремдә өтөрҙәй хатам да булманы...
— Улайға киткәс, миндә яңылыҡ бар: кисә минең эргәлә эш эҙләп йөрөгән бик күптәрҙе күрҙегеҙ. Эйеме? Ана шуларҙың теленән ишеттем: сумкағыҙға йә кеҫәгеҙгә наркотик төшөрәсәктәр.
Баш бухгалтер үҙ ҡолағына үҙе ышанмай:
— Тикшереүселәр иҫәр түгел. Ышанмаясаҡтар...
Етди төҫ алып, өҫтән аҫҡа ҡарап, Сәфинә дауам итте:
— Студент, спортсы, берҙән-бер малайығыҙҙың кеҫәһенә эләктерһәләр?..
Ҡәбер тынлығы урынлашты... Баш бухгалтер иҫәңгерәгәндәй, өнһөҙ бер нисә минут ултырғас, ағарынып, йөрәген баҫып, тауыштары ҡалтырап: “Йә Хоҙай, йә Раббым. Был ниндәй яуызлыҡ... Һеҙгә зәхмәт ене ҡағылдымы әллә? Кеше ышанмаҫтайҙы, артығын ҡыланаһығыҙ. Килер бер көн — үкенерһегеҙ”, — тине. Ауырайған аяғын саҡ-саҡ һөйрәп, ҡаты көрһөнөп, өҫтәл артына барып ултырҙы ла сараһыҙҙан ҡулына ручка алды...
Шунда уҡ оҫталығын, еңеүсе булыуын белгертергә, хужаһының кабинетына аяғы ергә теймәй осто Сәфинә. Килеп инеү менән күҙҙәренән хаяһыҙ осҡон сәсрәтеп: “Тегенең ҡалын тиреһен иләнем, йомшарттым: баш бухгалтер урыны – кейәүеңдеке”, — тине.
— Нисек?! Нисек ризалаштырҙың?
— Психолог сере... — Йәнә өҫтәп ҡуйҙы: — Бер уңышыбыҙ икенсеһен, уныһы өсөнсөһөн, артабан улар бер-береһенә ялғанып, файҙаға файҙа йоҡторһа, беҙҙән дә шәп кеше булмаясаҡ, шулай бит, Айбәгем.
— Үтә яуаплы эш атҡарғанһың, билдәләп үтергә кәрәк, минең молодчинам, — тип ҡосаҡлап алған булды. Ошондай икәү-ара һөйләшеүҙәр, һыйлашыуҙар, күңел асыуҙар менән аҙналар, хатта айҙар бер-бер артлы уҙып торҙо. Ниндәй генә хисле мөхәббәт һүҙҙәрен ишетмәне хужа һөйәркәһенең ауыҙынан.
Иртән өйөнән эшкә сығып киткән ғаилә башлығы йыш ҡына йә таңға ҡайтты, йә бөтөнләйгә ғаиләһен онотто. Йәшәүе тамуҡҡа әйләнә башлағас, донъяһын, балаларын бәхет сығанағы итеп күргән Айбәктең ҡатыны, үҙ һиҙемләүе буйынса, Сәфинәгә килде. Ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, тегенеһе: “Тыныслан, мин һинең иреңде тартып алырға йыйынмайым. Аҡсаға йөҙөп йәшәп ятыуың кем арҡаһында? Сәғәте, минуты менән өйгә ҡайтыуҙан, аҡса үҙе инеп ятмай ул кеҫәңә... Балаларыңды уйла... Ир икмәге иркен... Хужа кеше ҡатын үксәһе аҫтында етәкселек итәме ни?..” – тип мейегә һуғырлыҡ һүҙҙәрҙе бер-бер артлы автоматтан атҡан кеүек һиптерҙе генә...
Бер нисек тә тыныслана алманы хәләле. Секретарҙың һомғол буй-һыны, сибәр йөҙө күҙ алдында, ә һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә сыңлап тик торҙо. Бер яҡтан дөрөҫ әйтә, икенсе яҡтан, бөтөнләй ышанмай ҙа уға. Айбәге ҙур хужа булмағанда, ҡайһылай ҙа икеһенең араһындағы мөнәсәбәт фәҡәт тәрән яратыуға, хөрмәткә нигеҙләнгән ине. Йәненән артыҡ күреп яратҡан ире көндән-көн холоҡһоҙлана, тыйнаҡһыҙлана бара түгелме? Уйҙарынан башы әйләнеп, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Элек күрмәгән-белмәгән, бер ваҡытта ла килеп йөрөмәгән еренән тиҙерәк сығып ҡасҡыһы килде уның.
Тик, бәхетһеҙлек яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәре дөрөҫтөр. Эргәһенән шар-шор килеп үтеп барған бер төркөм ҡатындарҙың предприятие директоры Айбәк Айзановтың, секретарь Сәфинәнең, баш бухгалтер Хөснизан Зарпиевтың ҡылған башбаштаҡлыҡтары менән интернет селтәрҙәре сыбарланыуы тураһында бер-береһен уҙышып һөйләүҙәрен ишетте. “...Юҡты һөйләйһегеҙ... Ышанмайым... Көнсөлдәр... Предприятиеның үҫеше өсөн көн-төн эшләгән кешеләр бит улар”, – тип ҡысҡырғыһы килде уларҙың артынан.
Ә аҙна-ун көн үткәс, был хәбәр хәтәр боролош алды: эштән алынған элекке баш бухгалтерҙың һәм эштән ҡыҫҡартылған хеҙмәткәрҙәрҙең ҡултамғалары ҡуйылып, юғарыға яҙылған ялыу буйынса Айбәк Ирлан улынан һорау алыуҙар башланды. Факттар дөрөҫ, әйтерһең дә, грамына тиклем үлсәнелгән, тикшерелгән... Премияларҙы үҙләштереү, һалым түләп еткермәү, эшселәрҙең хеҙмәт хаҡтарын тотҡарлау, йәшерен һәм асыҡ бухгалтерияларҙың иҫәп-хисабы, эш урындарын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу һәм башҡа ҡырын эштәре — барыһы, барыһы ла.
Оҙаҡҡа һуҙылған тикшереү, һорау алыуҙар тамам ялҡытты һәм эшлектән сығарҙы Айбәк Айзановты. Юғарынан килгән тәфтишселәр ҙә үҙ эштәрен тамамлай алмай аҙапланды, сөнки ҡылынған эштәрҙең осо-ҡырыйы юҡ: бер ялған икенсеһенән, өсөнсөһө дүртенсеһенән йыйылған тау-тау хата. Бер көн шулай, сығырынан-сығып, тәфтишселәрҙең етәксеһе нәфрәтен тыя алмай, Айбәк Ирлан улына ҡарап: “Хөкөм юлына баҫтырыр был тиклем ауыр гонаһты башығыҙ нисек күтәрер?..” — тине.
Шунда уҡ икенсеһе эләктереп алды: “Әҙәм ышанмаҫтай енәйәт... Күпме аҡсаһыҙ интеккән ғаиләләр һаны. Ул ғынамы ни? Һанһыҙ баш китер эштәр...” Айзанов ни эшләргә белмәй, тыны ҡыҫылып, урынынан торҙо. Асыҡ һауаға сығырға уйланы, ахырыһы. Әммә шул саҡ кабинетта телефон шылтыраны. Теге остан: “Директор кәрәк ине”, — тинеләр.
— Эйе, тыңлайым, мин — Айбәк Ирлан улы.
“Һеҙҙең өсөн телефонограмма... Бөгөн көндөң икенсе яртыһында предприятие коллективының дөйөм йыйылышы була. Ул тикшереү һөҙөмтәләренә арнала. Унда урындағы хакимиәт вәкилдәре лә ҡатнаша”, — үҙенә төбәп әйтелгән һүҙҙәрҙе Айбәк Ирлан улы асыҡ ишетте, әммә ниҙәр уйлап өлгөрҙө икән — билдәһеҙ. Тик уның йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған күҙҙәре, аҡылы зәғиф кешеләй, бер нөктәгә текәлде лә, кипкән ирендәрен ялап, ниҙер әйтергә теләне. Әммә әйләнмәне теле. Аҡ сепрәктәй ағарып, үҙенән-үҙе сереп ҡолаған ағас тауышы сығарып шыңшыны ла иҙәнгә ауҙы. Ҡапыл тере әҙәм битлеге һыпырылды, йөҙө һүнде...