Йәмғиәт
10 Мая 2020, 12:00

Коронавирустан ҡурҡып, сабыйынан баш тартҡан...

Республика клиник перинаталь үҙәгендә бала тапҡан әсә сабыйында тыумыштан коронавирусҡа шик булыуын белеп, унан баш тартҡайны. Әле бәпестең хәле нисек?

Республика клиник перинаталь үҙәгендә бала тапҡан әсә сабыйында тыумыштан коронавирусҡа шик булыуын белеп, унан баш тартҡайны. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сабыйҙың хәле тураһында һөйләне. Бәхеткә күрә, бәләкәстең хәле тотороҡло, яҡшы тип баһалана.
Был күңелһеҙ ваҡиға бынан бер ай элек Республика клиник перинаталь үҙәгендә теркәлгәйне.

- Балаға бер ай тирәһе. Тиҙҙән тағы бер анализ килергә тейеш, уның һөҙөмтәһенә таянып, балала коронавирус булыу-булмауы асыҡланасаҡ. Малай үҙен яҡшы тоя, һаулығына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай, - тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Фото: ufacitynews.ru
Читайте нас