Йәмғиәт
11 Мая 2020, 15:20

Улына... бысаҡ менән

"Бер ҡайҙа ла эшләмәйһең, эсәһең!"

Был ваҡиға Шишмә районында теркәлгән. Урындағы полиция бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙәк район дауаханаһына быға тиклем иркенән мәхрүм ителгән 27 йәшлек бер ирҙе алып киләләр. Табиптар Шишмә ауылы кешеһенең эсе ҡаты яраланғанын дәлилләй.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре был турала хәбәр алғас, енәйәт сәбәптәрен асыҡлау өсөн ваҡиға урынына йүнәлә, дауаханала зыян күреүсе менән аралашалар. Асыҡланыуынса, 27 йәшлек иргә бысаҡ менән 56 йәшлек атаһы ташлана икән. Әлбиттә, ғәйепләнеүсене полиция бүлегенә оҙаталар. Унан бысаҡ та тартып алына. Атай кеше үҙ ғәйебен тулыһынса таный.

Ике арала мөнәсәбәттең электән дә һәйбәттән булмағаны асыҡлана. Атай кеше улын, бер ҡайҙа ла эшләмәйһең, эсәһең, тип ғәйепләй. Бер мәл ул айырыуса ҡыҙып китә һәм улына бысаҡ менән ҡаҙана. Һөҙөмтәлә эшләргә яратмаған ир дауаханаға эләгә.

"Әлеге ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе иһә, ауылын ҡалдырып, ситкә сығып китергә тейеш түгел", - тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: Sm-news.ru
Читайте нас