- Бикә, ҡыҙ көтәһегеҙме, әллә малаймы? - тип һүҙ башланы әхирәте. - Ғәли менән айырылышыуығыҙға һаман ышанып етә алмайымсы...
- Ғүмерҙә лә иремдең ҡасан да булһа ташлап китеренә ышанманым. Нисек инде яратышып өйләнешкәндәр айырылышһын, өҫтәүенә күҙгә күренгән бер сәбәп тә юҡ... Ул минең менән осрашыуға килеп йөрөй башлағас, ҡыҙҙар һәр ҡыланышынан ҡыҙыҡ табып, көлөргә тырыша ине. Тик мин уларҙың һүҙенә ҡараманым, кейәүгә сыҡтым һәм һис тә үкенмәнем, - тине уйсан ғына ике бала әсәһе. - Ғәли һәр саҡ эшләне, ғаиләбеҙҙе ҡарарға тырышты. Бәпесебеҙҙең тыуыуын көтөп алды, бик бәхетле инек. Мин дә институтты тамамлап, эш башланым. Донъябыҙ түңәрәкләнде, өҫтәүенә ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ирем балаларҙы ҡарарға ла ваҡыт тапты, аҡса менән тәьмин итте.
Бына шулай һин дә мин йәшәп ятҡанда улыбыҙ уҡыуға төшкәндә, ҡыҙыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй башлағанда ҡапыл донъябыҙ түңкәрелде... Һуңғы ваҡытта Ғәлиҙең һыуынғанын һиҙенгәндәй булһам да, был хәлдең сәбәбен уның күп эшләүенән, арыуынан күрә инем. Иркен өйөбөҙ йәмле, табыныбыҙ мул, үҙен аш-һыу әҙерләп көтөп кенә торам. Көндәрҙең береһендә эштән ҡайтыу менән икенсе ҡатынға йәшәргә китеүен белдергәс, телһеҙ ҡалдым. Барыһы ла булды – күҙ йәштәре лә, әрләш тә... Әйберҙәрен машинаһына тейәп олаҡты...
Үҙемдең ҡайҙа хаталанғанымды аңлай алмай аҙапландым. Ике ай эсендә ныҡ ябыҡтым, хатта ҡартайҙым. Ғәли башҡаса килмәне лә, шылтыратманы ла, әммә балаларға аҡсаһын ебәреп торҙо.
Ярай әле, әсә тигән кеше бар был донъяла. Үҙемде ҡулға алдым, эштән һуң спорт менән шөғөлләнә башланым, бер йылдан һуң Марат менән таныштым. Тик ул саҡта мин яңы мөнәсәбәттәргә һис тә әҙер түгелмен кеүек ине.
...Бер ваҡыт кис ишек шаҡынылар. Асһам, тупһала беҙҙе ташлап киткән Ғәли тора. ”Балаларҙы күрергә килдеңме?” тигәнгә: ”Юҡ, мин ғаиләмә ҡайттым”, - ти. Ул миңә шул тиклем ят кеше кеүек тойолдо, күңелдә асыу ҙа, юҡһыныу тойғоһо ла юҡ, ”кит бар”, тип кенә әйтә алдым. Үҙен ҡуш ҡуллап ҡаршы алырҙар, тип өмөт иткәндер инде.
Айырылышыуға судҡа ғариза яҙып бирҙем, бына шунан һуң ул үҙенең ысын йөҙөн күрһәтә башланы. Фатирҙағы һәр ҡалаҡ-сәнскене бүлешергә тотондо, килгән һайын тауыш сығарырға, айырылышыу процесын һуҙырға тырышты. Ахырҙа бөтәһе лә артта ҡалды, фатирҙы һатып, уның өлөшө өсөн хаҡты түләнек. Үҙебеҙ ауылда яңы йорт һатып алып күсендек. Марат бар эштә лә ярҙам итте, өйләнештек. Бына хәҙер бәпәй көтәбеҙ, малаймы, ҡыҙмы - беҙгә барыбер. Бәхете булһын!
Шулай тип тамамланы һүҙен тағы бер сабыйға әсә булырға йыйынған Бикә.