Йәмғиәт
17 Мая 2020, 17:00

"Ул үҙе риза булғайны..."

19 йәшлек егетте үҫмер ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә ингәне өсөн ҡулға алғандар.

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ленин районында йәшәгән 19 йәшлек егетте үҫмер ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә ингәне өсөн ҡулға алғандар.
Енәйәте өсөн ул закон алдында яуап бирәсәк, үҙ ғәйебен тулыһынса таныған.

Был турала "КП-Өфө" сығанағы хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итә.

Әлегә билдәле булыуынса, 19 йәшлек егет 16 йәшлек мәктәп уҡыусыһы менән алдан килешеү буйынса енси мөнәсәбәткә инә. Тик үҫмер ҡыҙ һуңынан был турала полиция органдарына хәбәр итә, егет көсләне, тип ғариза яҙа. Мәктәп уҡыусыһы егеткә ҡарата ғаризаны 20 апрелдә үк яҙып һалған була.

Фото: new.vse42.ru
Читайте нас