Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алданған өлөшсөләрҙең инициативалы төркөмдәре вәкилдәре менән онлайн тәртибендә кәңәшмә үткәрҙе.
"Күптән түгел генә беҙ проблемалы объекттар төҙөлөшөн аҙағына еткереү буйынса юл картаһын раҫлағайныҡ, – тине Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин. – Дөйөм алғанда, был исемлеккә ете мең кеше һәм 128 йорт инә. Юл картаһын 2023 йылға тиклем тормошҡа ашырыу күҙаллана".
Кәңәшмәлә шулай уҡ һигеҙ ҙур төҙөлөштө тамамлау схемаһы тикшерелде. Мәҫәлән, “Черемушки” торлаҡ комплексы өлөшсөләренең инициативалы төркөмө вәкиле Евгения Яхина әйтеүенсә, төҙөүсе йортто быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй, шул уҡ ваҡытта юл картаһында уны 2021 йылдың яҙында сафҡа индереү планлаштырылған.
“СОМоСтрой” йәмғиәте өлөшсөләренең инициативалы төркөмө вәкиле Владимир Зинченко Өфөнөң Урман хужалығы техникумы урамындағы йортто тапшырыуҙы тиҙләтеүҙә ярҙам һораны. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, йорттар әҙер булыу менән сафҡа индереләсәк.
Стәрлетамаҡтан ике алданған өлөшсөләр төркөмө үҙҙәренең проблемалары тураһында һөйләне. “Башстрой” бер йортто 2003 йылдан төҙөй. Былтыр Айырым маҡсатлы социаль программалар фондынан алынған аҡсалата ярҙам һөҙөмтәһендә 68 ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән. Стәрлетамаҡтан тағы ла 66 ғаилә өй туйын көтә. Вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов әйтеүенсә, әле финанслау сығанағы эҙләү эше бара.
Проблемаларҙың бер өлөшө 28 майҙа төҙөүселәргә бизнес өсөн хәүефһеҙ шарттарҙа эште башлау мөмкинлеген биргән закон проекты ҡабул ителгәс ҡараласаҡ. Өфөләге “Госстрой”ҙың өс мең самаһы өлөшсөһө республикаға инвестор – “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө килеү менән фатир асҡыстарын ала башлаясаҡ. Тәүге йорттарҙы быйыл тапшырһалар, ҡалғандарын 2022 йылда сафҡа индерәсәктәр.
– “Баҡса ҡулсаһы” республикаға килгән саҡта, инвесторҙар тармаҡтағы мәсьәләләрҙең барыһына төшөнөп тә етмәгәндер, – тине Радий Хәбиров. – Өфөнөң үҙәгендәге ҙур торлаҡ комплексы шундай проблемалар тыуҙырыр тип кем уйлаһын? Әммә беҙ уларҙы, юл картаһына ярашлы, мотлаҡ хәл итәсәкбеҙ.
Благовещендағы “Яңы йорт” өлөшсөләре фатирҙарын 2008 йылдан көтә. 23 ғаилә алты йылдан ашыу һалынып бөтмәгән йортта көн күрә. Дәүләт торлаҡ инспекцияһы рәйесе Илдар Шафиҡов әйтеүенсә, йорт үтә лә проблемалы, бында бер үк фатирҙы бер нисә кешегә һатыу осраҡтары ла бар, төҙөлөштә етешһеҙлектәр ҙә күп.
Демьян Бедный урамында төҙөлөшө тамамланған, әммә файҙаланыуға тапшырылмаған йорттоң яҙмышы Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фондының Күҙәтеү советы ултырышында айырым хәл ителәсәк. Өфө районының “Миловка паркы” торлаҡ комплексындағы 28 йорттоң төҙөлөшөн аҙағына еткереү мәсьәләһе лә шунда ҡараласаҡ.
Радий Хәбиров алданған өлөшсөләрҙең проблемаларына арналған киләһе осрашыуҙы июнь аҙағында үткәрергә тәҡдим итте.