“Әлеге тотош донъя өсөн ауыр мәлдә минең һөйләгәндәрем бәғзе берәүҙәргә бер ҡатлылыҡ, еңел холоҡлолоҡ кеүек тойолор, әммә кемгәлер был хаҡта әйтке килә. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге осорҙа күптәргә матди йәһәттән ауыр, кемдер хатта эшен юғалтҡан икәнлеген аңлайым. Ә мин фатирҙа өс балабыҙ менән ултырам. Шөкөр, ирем барыһы менән дә беҙҙе тәьмин итә: ашарға ризығыбыҙ, кейергә кейемебеҙ – ҡыҫҡаһы – барыһы ла бар. Тик бына күңелде өйҙә тик ултырыу өйкәй. “Нимәгә?” – тип һорайһығыҙмы? Ғүмерем заяға үтә, тип уйлайым.
...Институттан һуң ярты йылдан ашыу ғына эшләнем. Унан һуң инде бына алты йыл буйы йорт хужабикәһе мин. Шулай итеп, кейәүгә сыҡтым да, башкөллө ғаилә мәшәҡәттәренә сумдым. Башта барыһы ла һөйөнөс килтерә ине: әсәлек тойғоһон кисереүҙән бәхет тойғоларында йөҙҙөм. Ә аҙаҡ, бала тәрбиәләү буйына тәжрибә туплағас, барыһы ла ғәҙәти күренешкә әүерелде. Йылдар буйы өйҙә ултыра торғас, әхирәттәрем менән бәйләнештәр ҙә өҙөлдө, улар менән бергәләшеп ҡайҙалыр барғанымды ла хәҙер хәтерләмәйем. Тағы һуңғы ваҡытта, әсәйем әйтеүенсә, аҙ һүҙлегә, хатта уҫалға әйләнгәнмен. Үҙ-үҙемде күптән барыһынан да - туғандарымдан, дуҫтарымдан һәм яҡындарымдан - тиерлек изоляциялағанмын икән, тип аптырайым бөгөн. Хәҙер нимә эшләргә лә белмәйем. Кемдер барыһына ла - бер юлы эшләргә лә, балалар тәрбиәләргә лә - өлгөрә, ә тормош мине урап үтә. Көндәрҙе нисек итеп хәҙер ҡыуаныслыраҡ итергә?..”