Башҡортостанда коронавирус пандемияһына бәйле ҡайһы бер сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарҙылар. Хәҙер махсус порталға хәбәр итмәйенсә республика буйынса иркенләп йөрөргә мөмкин. Шулай ҙа төбәктә битлек кейеү тәртибе һаҡлана. Тәртипте боҙған өсөн ниндәй яуаплылыҡ ҡарала, был ҡағиҙәләрҙең үтәлешен власть нисек контролдә тоторға ниәтләй? Төбәктәге Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы аппараты етәксеһе Валерий ОЛЕЙНИК менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Ҡайҙа һәм ҡасан битлек кейергә кәрәк? Уны кеймәһәң, ниндәй осраҡтарҙа яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала?
– Быйыл 12 майҙа ҡул ҡуйылған Указ юғары әҙерлек режимын бер аҙ йомшартты, әммә күп кенә нормаларҙы ғәмәлдә ҡалдырҙы. Битлек кейеү тәртибе апрелдә индерелгәйне. Башта ул предприятиеларға ҡағылды. Һуңыраҡ йәмәғәт транспортында битлек менән бирсәткә кейеү мотлаҡҡа әүерелде. Әйткәндәй, был тәртип әле лә һаҡлана. Хәҙер бөтә йәмәғәт урындарында ла битлек кейеү фарыз, йәғни фатирҙан сыҡҡас та һәм ҡайтып ингәнсе. Граждандар өйҙә генә битлекһеҙ йөрөй ала.
Ни өсөн шулаймы? Табип-вирусологтарҙың тәҡдиме буйынса, кеше үҙенең йөҙөнә ҡағылмаһын өсөн. Беҙ үҙ-үҙебеҙҙе тәртипкә өйрәтәбеҙ. Фатирҙан сыҡтыҡ – битлекте кейҙек, ҡайтып индек – уны систек. Бирсәткәне Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста билдәләнгән йәмәғәт урындарында – парк, сквер, подъезд, лифт, ихата, урамдарҙа кейәбеҙ.
– Битлек кейеү тәртибен боҙған кешеләрҙе ниндәй яуаплылыҡ көтә? Ҙур штраф һалынырмы, әллә иҫкәртеү менән генә сикләнерҙәрме?
– Был йүнәлештә яуаплылыҡ билдәләнгән. Әле полиция органдары эш алып бара, бөгөн меңдәрсә протокол төҙөлгән дә инде. Нормаларҙы боҙоу осраҡтарының береһе – ул шәхси һаҡлыҡ сараларын ҡулланмау. Ҡағиҙәне үтәмәгән граждандарға мең һумдан 30 мең һумға тиклем, төрлө учреждениеларҙа, мәҫәлән, магазинда, кешегә битлек кеймәй йөрөүҙе рөхсәт иткән өсөн вазифалы кешеләргә – 10 – 50 мең, ойошмаларға иһә 100 – 300 мең һум штраф һалына.
– Юғары әҙерлек тураһындағы Указға ярашлы, балалар урамда көндөҙгө сәғәт 1-ҙән киске 6-ға тиклем, пенсионерҙар иһә иртән йөрөй ала. Әгәр бала тыйылған ваҡытта урамға сыҡһа, ул яуаплылыҡҡа тарттырыламы?
– Ул урамда яңғыҙ йөрөһә, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ярашлы, ата-әсәһенә тәрбиә буйынса бурыстарын үтәмәгән өсөн 100 – 300 һум штраф һалына. Әгәр ҡайһы бер объекттарҙа, атап әйткәндә, магазинда, 17 йәшкә тиклемге бала өлкәндәрһеҙ йөрөһә, ойошмаға 15 мең һумға тиклем штраф һалына.
– Пенсионер тыйылған сәғәттәрҙә урамға сыҡһа, уның ата-әсәһен яуаплылыҡҡа тарттырып булмай бит. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уны иҫкәртеү менән генә сикләнәме, әллә штраф һала, судҡа саҡырамы?
– Улар үҙеңде изоляциялау тәртибен мотлаҡ үтәргә тейеш.
– Тимәк, уларға ла штраф һалынасаҡ?
– “Коронавирус” тигән диагноз ҡуйылған, әммә сирҙе еңел үткәреүгә бәйле дауаханаға оҙатылмайынса, өйҙә ҡалдырылған кешеләр, башҡаларға урамда йөрөргә рөхсәт булыуға ҡарамаҫтан, ҡурсаланыу режимын мотлаҡ үтәргә тейештер бит?
– Кешелә коронавирус барлығы раҫланһа, ул үҙеңде изоляциялау режимында түгел, ә мотлаҡ изоляцияла, амбулатор дауаланыуҙа була. Бындай кешеләр йәшәгән урынынан ситкә сыҡмаҫҡа, өйҙә ҡалырға тейеш. Әгәр тәртипте боҙһалар, улар менән аралашыу һөҙөмтәһендә кемдеңдер үлеүе йәки ауырып китеүе иҫбатланһа, административ ҡына түгел, енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала. Амбулатор дауаланыуҙағы кешеләрҙе өйҙәренән сыҡмаҫҡа саҡырабыҙ. Беҙ быны бушҡа ғына талап итмәйбеҙ. Ундай осраҡтар асыҡланды, әле тикшереү бара. Был кешеләр мотлаҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Әгәр кире эҙемтәләр була ҡалһа, енәйәт эше лә асыласаҡ.
– Сит илдәрҙән, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡайтҡан туристар ҙа үҙеңде изоляциялау тәртибен мотлаҡ үтәргә тейешме?
– Ситтән ҡайтҡан кешеләр – үҙеңде изоляциялау, ә коронавирус йоҡторғандары – мотлаҡ изоляция режимында. Был кешеләр дауаханала ятҡандарҙан бер яғы менән дә айырылмай. Улар өйҙә лә гражданлыҡ яуаплылығын күрһәтергә, торлағынан сыҡмаҫҡа, сирҙең таралыуына килтергән ғәмәлдәр ҡылмаҫҡа тейеш. Башта беҙ, коронавирус сирен сит илгә барғандар алып ҡайта, тигәйнек. Һуңыраҡ ул һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, башҡа ойошмаларҙа тарала башланы.
Әле иһә сирҙең күршеләрҙән, магазинда осраҡлы кешеләрҙән йоғоуы ихтимал. Коронавирус менән даими йәшәүгә күнегергә тейешбеҙ, шуға күрә битлек кейеү тәртибен мотлаҡ үтәргә саҡырабыҙ. Беҙ быға өйрәнергә, һаҡлыҡ сараларын үтәргә, үҙебеҙҙе генә түгел, тирә-яҡтағылар, өлкәндәр, балалар тураһында ла уйларға тейешбеҙ. Йәмәғәт яуаплылығын шәхси мәнфәғәттәрҙән, азатлыҡтарҙан өҫтөн ҡуйыу фарыз. Ошоно аңларға ваҡыт.