Илизә Буранова (Назарова) 9 майҙа Өфөлә юғалған. Уға – 34 йәш (1984 йылғы). Ҡатындың ҡайҙалығы билдәһеҙ, тип хәбәр итә Башҡортостандағы “Лиза Алерт” отряды ирекмәндәре.
Илизәнең билдәләре: буйы – 160 сантиметр, сәстәре көлһыу төҫтә, күҙҙәре йәшел. Ул күк өҫтәге күлдәк һәм джинсы салбар кейгән.
Ҡатын тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, 8-800-700-5452 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: Башҡортостандағы “Лиза Алерт” отряды.