Хөкүмәттә видеоконференция рәүешендәге оператив кәңәшмәләр дауам итә. Тәүҙәрәк улар тулыһынса коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә арналһа, хәҙер башҡа көндәлек темалар ҙа өҫтөнлөк итә башланы. Әлбиттә, төп “дошманыбыҙ” ҙа онотолмай. Сираттағы кәңәшмәлә яҙғы сәсеү, бизнес-шерифтар эшмәкәрлеге, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау, ауыл хужалығын кредитлау һәм башҡа темалар ҡаралды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ураҙа байрамын билдәләү буйынса яңылыҡ еткерҙе. Билдәле булыуынса, 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамлана һәм Ураҙа байрамы билдәләнә. Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысына бәйле быйыл ул шулай уҡ онлайн тәртиптә үткәреләсәк. Тимәк, халыҡтың мәсеттәрҙә күпләп йыйылыуы тыйыла.
– Беҙ дин әһелдәре, табиптар менән кәңәшләштек. Ҡарар шундай: быйылға Ураҙа байрамы онлайн рәүештә үтәсәк. Ул православие динендәге Пасха байрамы кеүек үк интернет аша буласаҡ. Иғтибар итһәгеҙ, ниндәй төбәктәрҙә Пасха сиркәүҙә үтте, унда инфекция усаҡтары барлыҡҡа килде. Беҙҙең халыҡ тыңлап, дөрөҫ эш иткәйне. Әле лә дөрөҫ аңлау кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Өлкәндәр һәм хроник сирлеләр – йәнә өйҙә
Республикала изоляциялау режимы күпкә йомшартылды. Кешеләр күпләп тышҡа сыға башланы. 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн комендант сәғәте ваҡыты билдәләнде, тик оло кешеләр араһында уны үтәгәндәр кәмегәндән-кәмей бара. Ә коронавирустың тап өлкән йәштәгеләр һәм хроник сирлеләр өсөн хәүефле булғанын бөтәһе лә белә.
Хәҙер республикала был ҡатлам өсөн яңынан ҡурсаланыу тәртибе индереләсәк. Был туралағы указға бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуясаҡ.
– Был указ әҙер, хәҙер табиптар фекерен иҫәптә тотоп, уны бер аҙ үҙгәртәсәкбеҙ. Унда нимә тураһында һүҙ барасаҡ? Эйе, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн яңынан социаль үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе индерелә. Унда ике тәҡдим нормаһы бар. Беҙ полиция органдарына рейдтар барышында бындай кешеләрҙе күрһәләр, уларға режимды үтәргә кәңәш бирергә ҡушабыҙ. Указда уларға ҡасан һәм нисек магазинға, табипҡа барыу тураһында аныҡлап яҙыласаҡ. Әгәр ошондай кешеләр араһында эшләгән граждандар бар икән, уларға дистанцияла эшләүҙе ойошторорға тәҡдим ителә, – тине Радий Хәбиров.
Миҙгелле вирус йоҡторған кешеләр күбәйә
Коронавирусҡа килгәндә, ул әле бөтөргә йыйынмай ҙа. Ул ғына түгел, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләгән кешеләр һаны артҡан. Мәғлүмәттәр буйынса, тәүлегенә 700-ләп сирле теркәлә. СOVID-19 инфекцияһына килгәндә, бөгөн Башҡортостанда 2155 кеше ауырый, тәүлегенә 94-кә артҡан. 817 кеше амбулатор дауалауҙа, 670 кеше – стационарҙа, 41 кешенең хәле ауыр, 669-ы һауыҡҡан. Тестарға килгәндә, эпидемия башланыу менән лабораторияларҙа 160457 тикшереү башҡарылған, барлығы 151489 кеше тикшерелгән. Бөгөн 23 мең кеше ҡурсаланыу тәртибендә йәшәй.
Коронавирустан иҡтисад бик ҙур зыян күрҙе. Башҡортостан был йәһәттән эшҡыуарҙарға һәм предприятиеларға ярҙам итеү буйынса күп эш башҡара. Ярҙамдың бер өлөшөн алдылар ҙа инде. Әле икенсеһе буйынса эштәр дауам итә.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров белдереүенсә, бәләкәй һәм урта бизнесҡа республика иҡтисады тотороҡлолоғон күтәреү саралары сиктәрендә ярҙам күрһәтеләсәк. Уны барлығы 26 мең ойошма һәм эшҡыуар аласаҡ. Икенсе өлөшкә бөтәһе 38 сара ингән.
Эшҡыуарҙар араһында коронавирустан зыян күргән тармаҡтар исемлеге киңәйтелгән. Ярҙамдың беренсе өлөшөн 16 эшмәкәрлектәге 12 мең бәләкәй һәм урта бизнес субъекты алғайны. Федераль кимәлдә тағы 18 төр эшмәкәрлек өҫтәлде. Хәҙер республиканың 26 мең ойошма һәм предприятиеһы ярҙам аласаҡ.
– Икенсе өлөштө әҙерләгән саҡта беҙ 27 эшмәкәрлек төрөнә һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы һәм алынған килемгә дөйөм һалым буйынса ставканы түбәнәйтергә ҡарар иттек. Шулай итеп, төбәк кимәлендә төрлө ярҙамды 54 мең субъект аласаҡ, – тине Андрей Назаров.
Бынан тыш, икенсе өлөш сиктәрендә һалым һалыуҙың патент системаһы буйынса түләүҙәр күләме икеләтә кәметеләсәк. Был ярҙамды алты мең эшҡыуар аласаҡ. Һалым базаһы кадастр хаҡы булараҡ билдәләнгән күсемһеҙ милек объекттарына ҡарата мөлкәткә һалым ике тапҡырға кәметеләсәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттарына ағымдағы сығымдарҙы кәметеү өсөн 2020 йылда дәүләт милкендә булған ҡуртымға алынған мөлкәт өсөн кисектерелгән түләү ваҡыты индерелә.
Ғаризалар буйынса Башҡортостан – беренсе
Башҡортостанда һуңғы аҙнала яуған ямғырҙар сәбәпле, сәсеү йылдамлығы ике тапҡырға кәмегән һәм тәүлегенә 120 мең гектарҙан 60-70 мең гектарға ҡалған. 17 майға ҡарата 1 миллион 421 мең гектар майҙанда орлоҡ сәселгән. Был – дөйөм майҙандың 73 проценты самаһы.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, май башындағы һауа торошо ауыл хужалығы культуралары үҫеше өсөн бик ыңғай булған. Яҡшы уңыш алыу өсөн хәҙер уны һәйбәтләп ҡарарға кәрәк. Ҡыш сәсеп ҡалдырған культураларҙың 102 мең гектарына (26 процент) химик утау үткәрелгән. Ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү 80 мең гектарҙа башҡарылған, сирҙәргә ҡаршы 63 мең гектар ер эшкәртелгән.
Ауыл хужалығы предприятиеларында эпидемиология талаптарын үтәү буйынса тикшереүҙәр даими үткәрелеп тора. Шул уҡ ваҡытта, вице-премьер белдереүенсә, эшселәргә уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу буйынса ла талаптар үтәлешен тикшерәләр. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙағы күренеш ҡәнәғәтлек тыуҙырмаған. Етешһеҙлектәрҙе яҡын арала бөтөрөргә ҡушылған.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 2020 йылда республика аграрийҙары “Росагролизинг” йәмғиәтенә ауыл хужалығы техникаһын алыу өсөн 2,5 миллиард һумлыҡ ғариза биргән. Ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында бара.
Һәм тағы ла юлдағы соҡорҙар тураһында
Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, 48 муниципалитет 15 майға тиклем юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эшенең яртыһын тамамлап өлгөрмәгән. Өфө, Нефтекама һәм Күмертау ҡалалары алдынғылар рәтендә, улар эштең яртыһын тамамлаған. Иглин, Илеш, Баймаҡ, Ҡалтасы райондары иһә – иң арттағылар рәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Башҡортостан Башлығы өс контроль датаһы билдәләгәйне: 15 апрелгә тиклем соҡорҙарҙы һанлаштырып бөтөргә, 15 майға тиклем уларҙың яртыһын ямарға һәм 15 июндә соҡор ремонтын тамамларға.
– Бөгөн юл эштәренең 47 проценты башҡарылды. Был аҙнала ҡалғандарын тиҙләтәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, былтырғы менән сағыштырғанда, эш күләме 2,5 тапҡырға артты, – тине Алан Марзаев.
Радий Хәбиров был хәл менән дөйөм алғанда ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.