Унда мөрәжәғәттәр буйынса тикшереүҙәр күләме, төҙөлгән протоколдар, күрһәтмәләр һаны, шуларҙың үтәлмәгәндәре, компанияларҙың “Асыҡ диалог” акцияларында ҡатнашыуы, ресурстарҙы һаҡлау ойошмалары алдында бурыстың булыу-булмауы, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүгә, йылдам эш итеүгә, эшмәкәрлектең асыҡлығына, итәғәтлелеккә биргән баһа иҫәпкә алына. Әле дәүләт комитеты, Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы башланғысы менән хеҙмәтләндереүҙе баһалау йәһәтенән махсус программа төҙөлдө. Уның менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин:
https://uk02.bashkortostan.ru/.