Мәрйәмдең һәр көнө хәҙер уйланыуҙарҙа үтә: һәүетемсә генә тыныс барған тормошон ике яратҡан кешеһе – улы менән ире – боҙҙо. Был хәл ике йыл элек, Земфир менән танышҡандан һуң, башланды.
22 йәшлек улы Таһир – беренсе иренән. Уны Земфир бер нисек тә ҡабул итмәне лә ҡуйҙы. Тегенеһе лә хәҙер ир менән аралашырға теләмәй. Ҡыҫҡаһы: үҙе яратҡан ике ир бер-береһенә дошманға әйләнде. Шуға ҡатындың фатиры ятаҡты хәтерләтә. Мәрйәм үҙе иһә ике ут араһында ҡалды.
– Улымды яратмағас, тимәк, мине лә яратмай инде Земфир. Юғиһә балам менән уртаҡ тел табырға тырышыр ине. Таһирҙы ситләтә икән, тимәк, мине лә хөрмәт итмәй. Беҙ улым менән бер бөтөн. Нисек ғәзиз балаң менән аралашмай йәшәмәк кәрәк?! Земфирһыҙ ҙа тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым. Аҙаҡ, ҡартайған көнөмдә, бер ҙә яңғыҙ ҡалғым килмәй. Ул саҡта улым өйләнеп, ғаиләһе менән айырым йәшәһә, бөтөнләй бер үҙем тороп ҡалам бит, – тип күҙ йәштәре аша һөйләй ҡатын.
Әлбиттә, Мәрйәмдең улын ете ят ир үҙенең балаһы кеүек яратмаҫ инде. Тик ул был осраҡта яратҡан ҡатынының ғәзиз балаһын хөрмәт итергә тейештер бит?!.