“Белмәйем, һеҙ нисек уйлайһығыҙҙыр, ә мин кешеләргә ышанам! Беҙ был баланы бөгөн Александр Невский урамында таптыҡ. Ике сәғәт буйы урамда торған сабый иламаны ла хатта. Ул әсәһен көттө. ”Әсәй” тигән һүҙҙе генә ул аныҡ әйтергә өйрәнгән. Тәрбиәле, һауа шарттарына ярашлы кейенгән. Был матур малайҙың әсәһе тураһында белеүселәр булһа, уға хәбәр итегеҙ: улы яҡшы ҡулдарҙа, бәйләнешкә сыҡһын!”