Ошо көндәрҙә интернетта ҡыҙыҡлы видеояҙма барлыҡҡа килде, унда "Ете ҡыҙ" фонтаны урынлашҡан Театр паркында бер ҡыҙ тауығын бәйҙә алып йөрөй.
“Оҙаҡ ваҡыт өйҙә ултырыу ғәләмәте, ахыры...”, “Был тауыҡ түгел, ә әтәс”, “Нисек үҙ алйотлоғоңдо кешеләргә күрһәтергә була ул?”, “Афарин, күңелһеҙләнмәй, башҡаларға ла яҡшы кәйеф өләшә”, “Тағы әтәс алырға ла үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында экологик яҡтан таҙа йомортҡа ашарға мөмкин буласаҡ”, “Урамға сығырға рөхсәт бирмәһәләр, кешеләр хатта тараҡандарын бәйҙә алып сыға башлар ине” тип был хәлгә үҙ фекерен белдерәләр видеояҙма аҫтында.
Видеола ҡыҙҙы кемдеңдер телефонға төшөргәне күренә, тимәк, был ниндәйҙер эш, тамаша өсөн махсус эшләнелә, тип аңларға кәрәк. Ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә күренешкә ҡарап ғәжәпләнергәме, уны алйотлоҡҡа һанап көйөргәме, әллә ихлас йылмайырғамы – һәр кем үҙе белә...