Иглиндағы Мичурин баҡсасылыҡ йәмғиәтендә йәшәгән ғаилә юғалған кешене табышыуҙа ярҙам һорай. Яҡындары, туғандары 1974 йылғы Илгиз Роберт улы Фәсхетдиновты 2020 йылдың 30 апреленән бирле эҙләй, әммә әлегә һөҙөмтәһеҙ.
Ир өйөнән көмөш төҫтәге Daewoo Nexia автомобилендә сығып китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Өйҙә уны ҡатыны һәм ике балаһы зарығып көтә.
Ирҙең билдәләре: буйы 175 сантиметр, сәсе саллана башлаған, күҙҙәре һоро төҫтә. Сығып киткәндә ҡара-күк төҫтәге толстовка, зәңгәр шаҡмаҡлы күк күлдәк, күк джинсы, ҡара ботинка кейгән.
Күреүселәр булһа, 88007005952 йәки 02 телефонына шылтыратыуығыҙ һорала.