Йәмғиәт
21 Май 2020, 07:30

Ата һыйыр буламы?

Ҡала балаһының ауыл мәҙәктәрен тыңлағыҙ.

Донъялар үҙгәреп киткәс, ауылда тыуып-үҫеп тә ҡалала төпләнгәндәр зәхмәттән һаҡланыр өсөн ваҡытлыса тыуған ерҙәренә һыйынды. Улар араһында беҙ ҙә бар – эште, уҡыуҙы хәҙер интернет ярҙамында ла башҡарып була, ә ауылда йәй яҡынлашҡан тәбиғәттең иң йәшел, ыуыҙ мәле...
Урын-ер алмаштырғанға, иркен өйгә, ихатаға, элекке онотолған уйынсыҡтарына шатланған ҡыҙым шулай ҙа бер килке ауыл тормошона күнә алмай аптыранды. Ул тегенән-бынан килеп сыҡҡан үрмәксе, себен ҡурҡытһынмы, ул урмандағы ҡырмыҫҡаларҙан шөрләһенме, йыйып әйткәндә – башкөллө ҡала балаһына әйләнгән Наҙгөл.
Бөрйәндә ни эшләйһең, шул буш ваҡытта тауҙарға үрмәләйһең инде. Яҡында ғына урынлашҡан хозур Инсебикә ҡаяһынан ҡайтып килеүебеҙ. Ауыл осонда һыйырҙар йыйылған. Алдан килгән Наҙгөл шул һыйырҙарҙың иң ҙурына, эре мөгөҙлөһөнә бармаҡ менән төрттө лә үҙенең ғәҙәти сағыу тауышы менән өлкәндәрсә, етди итеп:
- Әсәй, өләсәй, ҡарағыҙ, анауында торған һыйыр – ата һыйыр! – тимәһенме.
Уның был һүҙҙәренә саҡ көлөп туҡтағайныҡ, Наҙгөл йәнә һүҙ ҡатты:
- Ә анау кәзә ранен булған!..
Беҙ яраланған кәзәне эҙләгән арала яныбыҙҙан яңы ғына йөндәре ҡырҡылып, ҡыҙыл таҫманан инәү һалынған һарыҡтар үтеп китте...
Автор фотоһы.
Читайте нас