Баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы “Имәнкәйҙәр” скверында төҙөкләндереү эштәре дауам итә.
Әле бында һигеҙ тренажерҙан һәм алты воркаут-элементтан торған спорт комплексы монтажлана. Шулай уҡ балалар майҙансығында уйын ҡулайламалары ҡуйыла. Артабан ике майҙансыҡҡа ла резина япма түшәйәсәктәр.
Скверҙа видеокүҙәтеү системаһы эшләй, яҡтыртҡыстар монтажланған, йәйәүлеләр зонаһы төҙөкләндерелгән, юлға брусчатка түшәй башлағандар.
Участкала йәшелләндереү эштәре лә бара. Былтыр бында 16 шыршы, быйыл апрелдә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында йүкә аллеяһы ултыртылған. Бынан тыш, майҙанға рулонлы газон түшәлә, һуғарыу системаһы монтажлана.
“Имәнкәйҙәр” скверы, “Торналар” фонтаны һәм Ҡала мәҙәниәт һарайы берҙәм архитектур ансамблде тәшкил итәсәк.